Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2020, 12:01

Июль айында баҡса мәшәҡәттәре

Июль – йәшелсә уңышы өсөн бик яуаплы ай. Йәшелсәләрҙе өҫтәмә туҡландырыу, ҡоротҡостарҙан һаҡлау, ваҡытында һыу һибеү талап ителә.

Теплицала үҫтерелгән йәшелсәләргә ваҡытында һыу һибеп тороу, һауа температураһын һаҡлау мөһим.

Помидор, борос һәм баклажан ҡоро­лоҡ­то төрлөсә кисерә. Помидор тамырҙа­рын тәрәнгә ебәреп, дымды үҙе эҙләп таба. Әммә йылытмалағы помидорға – аҙнаһына 1, эҫелә аҙнаға 2 тапҡыр һыу һибергә кәрәк.

Борос ҡыҫҡа тамырҙары менән үҙе һыу таба белмәй, шуға асыҡ һауала ла, йылытмала ла уға аҙнаға 2-3 тапҡыр һыу һибеү кәрәк. Тупраҡтың 2 см тәрәнлектә ҡороуына юл ҡуймаҫҡа тырышығыҙ. Тамсылап һиптереү ҡоролмаһын ҡулланыу бигерәк тә яҡшы.

Баклажан ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы бу­йынса помидор менән борос араһында­раҡ тора. Тамыр системаһы тупраҡтың 20-40 сантиметрлы өҫкө ҡатламында йәйелгән була. Шуға берәй аҙна ямғырһыҙ селләлә ултырһа, һәләк булыуы бар. Йылытмала былай ҙа эҫе, шуға аҙнаһына 1-2 тапҡыр һыу һибеп тороу зарур.

Иртән үҫемлектәрҙең япраҡтары һәле­неп төшһә, тимәк, тупраҡ ҡороған, ­мәҫтән һыу һибергә кәрәк. Кисте лә көтөргә түгел, юғиһә көндөҙгө селлә хәлһеҙләнгән үҫемлек­тәрҙе бөтөнләй һәләк итеп ҡуйыр. Һыуһыҙла­ныу­ҙы япраҡтарҙың көн үҙәген­дә һәленеп төшөүе менән бутарға ярамай – был мәлдә үҫемлектәр япраҡ майҙанын кәметергә тырышып бәлтерәй. Йәйге эҫелә яҡтылыҡ көсө 150 мең люкстан ашып китә, ә яҡты яратҡан үҫемлектәргә 20–30 мең люкс етә!

Июль йылдың иң ҡыҙыу айы булһа ла, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар үрсеүен дауам итә, айырыуса йылытмала күбәйәләр. Фитоспорин менән йыш эшкәртеү уларҙы кәметә. Июль башында был биопрепараттың паста һәм наногель (Фитоспорин-К Олимпийский) рәүешлеһен ҡулланыу яҡшы, уларҙың составында үҫеш стимуляторы Гуми, микроэлементтар бар. Июлдең икенсе яртыһында күп культуралар өсөн паста һымаҡ Фитоспоринды ҡулланыуҙы туҡтаталар, уның урынына гуматһыҙ Фитоспорин-М РеаниматоР һәм Золотая Осень шыйыҡсаларын, шулай уҡ онтаҡ­лыларҙы ҡулланалар. Был препараттар соста­вында әҙер биологик әүҙем матдәләр – һаҡ­лаусы бакте­рияларҙың метаболиттары бар. 2 бал­ғалаҡ шыйыҡ Фитоспоринды 10 л һыуҙа иретегеҙ ҙә иртә менән үҫемлектәрҙе эшкәр­тегеҙ. Был күләм 100 квадрат метрға етә.

Ҡоротҡостарға ҡаршы тирә-яҡ мөхиткә һәм кешегә зарарһыҙ сараларҙан битоксибациллин һәм лепидоцид биопрепараттары (Гуми+БТБ+ЛПЦ универсаль йыйылмаһынан), шулай уҡ Кыш-Вредитель серияһы тәҡдим ителә. БТБ һәм ЛПЦ япраҡ кимереүсе ҡоротҡостарға ҡар­шы эшләй. Ни бары 5 көн көтөргә, шунан инде уңышты аҙыҡҡа ҡулланырға ла мөм­кин. Кыш-Вредитель менән аҙнаһына бер эшкәртеү бөжәктәрҙе түтәлдәрҙән ҡыуыр йә юҡ итер. Биопрепараттар тиҙ тарҡала, йәшелсә-емешкә, еләктәргә эләкмәй.

Июлдә помидор, борос ҡыуаҡта өлгөрә башлай. Уларҙы өҙөп алғанда ботаҡты зарарлап ҡуймағыҙ. Июлдең икенсе яртыһында үҫемлектәргә фосфор менән калий бирергә онотмағыҙ (уңыш формалашыу өсөн ошо элементтар кәрәк), бы­ның өсөн Гуми-Оми Осенний ҡулланығыҙ. Ә Богатый-Микро Комплексный препараты үҫемлектәрҙе хлороздарҙан ҡотҡа­рыр. Гибрид түгел, ә сортлы помидор һәм борос үҫтерһәгеҙ, 1-2-шәр йәшелсәне орлоҡҡа алып ҡуйғанда ла була – үҙегеҙгә таныш булған ышаныслы сорттың бик күп орлоғон яһап алырһығыҙ.
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: