Дим буйҙары
+1 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
13 Июля 2020, 17:42
Республикала иҫерек водителдәрҙе телевизорҙан күрһәтеп, оялтырға уйлайҙар
Эскән килеш рулгә ултырып, автоинспекторҙарға эләккән водителдәрҙе урындағы телеканалдарҙан күрһәтәләр. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Алан Марзаев хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошондай тәьҫир итеү сараһын ҡулланырға тәҡдим итте.
Добавить в предпочтительные источники Google
Уҙған аҙнанан Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы республика башлығы ҡушыуы буйынса эскән килеш машина йөрөтөүгә ҡаршы көсәйтелгән эш башланы.
778 иҫерек һәм медицина тикшереүенән баш тартҡан водитель асыҡланған (10 көн эсендә). Тикшереүҙәрҙең күбеһе Туймазы һәм Иглин райондарында уҙғарылған.
Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының тәҡдимен хупланы: «Бәлки, был тәьҫир итер, бәлки, ҡайһы берәүҙәр оятҡа ҡалырға теләмәҫ. Хәҙер йәй, күптәре ялда, әлбиттә, эсеп алғылайҙар, был уларҙың шәхси эше, ләкин ни өсөн иҫерек килеш рулгә ултырырға һуң?».
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Андрей Старостин
Читайте нас
вк
Редакция һайлауы
МӘҘӘНИӘТ
30 Сентября , 18:29
Аҙнай мәҙәниәт йортонда башҡорт халҡының туй йолалары ҡабат тергеҙелде
Общие статьи
30 Сентября , 06:06
Күркәм ғаилә - ауыл биҙәге
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"