Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2020, 14:39

Режим йомшартылмай!

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә һәр ваҡыттағыса коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәрҙе тикшереү менән башланды.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, сирләүселәр һаны алты меңгә етеп килә. Бөтәһе 5967 кеше сирләгән, тәүлегенә 46 кешегә артҡан.
Әле дауаханаларҙа 355 кеше ҡала килә. 33 кешенең хәле ауыр, алтауһына ИВЛ аппараты кәрәк. 1500 кеше өйҙә дауалана, дүрт мең самаһы кеше һауыҡҡан. Үлгән кешеләр һаны үҙгәрешһеҙ – 19. Ковид-госпителдәр 30 поцентҡа тулған.
– Күренеүенсә, әле һаман кәмеү юҡ. Ошо көндәрҙә юғары әҙерлек режимын йомшартыу өсөн бер ниндәй мөмкинлек тә юҡ. Был балалар лагерҙарына ла ҡағыла, ниндәйҙер эшмәкәрлектәрҙе асыу тураһында ла һүҙ юҡ. Өлкәндәр өсөн үҙ-үҙеңде изоляциалау режимын ғәмәлдән сығарыу ҙа әлегә булмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы артабан да битлектәр кейеүҙең мотлаҡлығына баҫым яһаны. "Эҫе икәнлеген аңлайбыҙ, шулай булһа ла һаулыҡты ҡайғыртыу кәрәк", - тине ул.
Фото: m.ura.news
Читайте нас: