Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2020, 22:20

Туристар “Башҡортостан” милли паркын үҙ итә

Бөгөн “Башҡортостан” милли паркында “Күп төрлө Күперле” экомаршруты һәм “45 квартал” экокемпингындағы, “Бейектау” экоһуҡмағындағы яңы объекттар менән таныштырҙылар.

Инфраструктура “Экология” милли проектының “Биологик күп төрлөлөктө һаҡлау һәм экология туризмын үҫтереү” федераль проекты нигеҙендә булдырыла.
Сара Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының “Маршрут төҙөлдө” акцияһына ярашлы үтте. Унда Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Елена Панова, БМО-ның Изге ихтыяр илсеһе, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вячеслав Фетисов ҡатнашты.
Мәғлүм булыуынса, “Башҡортостан” – 2019 йылда “Экология” милли проекты нигеҙендә инфраструктураны үҫтереүгә тәүгеләрҙән булып аҡса алған Рәсәйҙәге һигеҙ милли парктың береһе. Бюджеттан бүленгән 12,5 миллион һум аҡсаға паркта һыу маршруттарында, экоһуҡмаҡтарҙа, кемпингтарҙа беседкалар, бәҙрәфтәр ҡуйыу, 30 километрҙан ашыу туристик маршрутты, шул иҫәптән Күперле шаршауығын, Ҡотоҡ-Сумған мәмерйә комплексын йыһазландырыу күҙаллана.
Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Елена Панова Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла экотуризмды үҫтереү мөмкинлеге киң булыуын билдәләне. Быйыл милли парктарға туристар ағымы элгәре йылдарға ҡарағанда 15 процентҡа артҡан, шуға күрә бындай биләмәләрҙә инфраструктура булдырыу ҙур әһәмиәткә эйә. Дөйөм проект 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ул биологик күп төрлөлөктө һаҡлау, экотуризмды үҫтереү кеүек өлөштәрҙән тора. Быйыл экотуризм буйынса ҙур эш башлана. Ул нигеҙҙә ҡаҙна аҡсаһына тормошҡа ашырыла. Киләсәктә ошо өлкәгә инвесторҙар йәлеп итеү күҙаллана.
Елена Панова “Башҡортостан” тәбиғәт паркына һоҡланыуын йәшермәне.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: