Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Июль 2020, 15:32

Вирус һыуҙа һәләк буламы?

Йәғни, һыу ҡойонғанда коронавирус эләктереү мөмкинме?

Роспотребнадзор белгестәре һыуҙа башҡа инфекцияларҙың (церкариоз, лямблиоз, лептоспироз һәм ротавирус, шулай уҡ гепатит, дезинтерия, ваба, сальмонеллез һәм хатта ҡорһаҡ тифы) күп булыуын киҫәтә. Эҫенән ҡасып, һыу ҡойоноп алырға уйлаһағыҙ, был хаҡта белеп торорға кәрәк.
Ә бына коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй, вирус һыуҙа һәләк була икән. Был хаҡта «Интерфакс» агентлығы язҙа.
«Асыҡ һыулыҡтар яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороу сығанаҡтары булып һанала алмай, сөнки һыу ҡояш нурҙары (ул вирус өсөн зарарлы) йоғонтоһона дусар була. Кешенән кешегә һауа-тамсы юлы менән күсә торған COVID-19 коронавирусының һыу аша таралыуын раҫлай торған факттар әлегә юҡ», – тиелә ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.
Әммә һыуҙа башҡа инфекцияларҙың (церкариоз, лямблиоз, лептоспироз һәм ротавирус, шулай уҡ гепатит, дезинтерия, ваба, сальмонеллез һәм хатта ҡорһаҡ тифы) күп булыуы билдәле.
Шунлыҡтан һыу инеү урынын иғтибар менән һайларға, ОРВИ симптомдары, тирелә яра һәм тырналған урындар булғанда һыу ҡойонмаҫҡа, һыуҙы йотмаҫҡа һәм һыу кергәндән һуң таҙа һыу менән сайҡанырға, мунса керергә йәки душта ҡойонорға кәрәк.
omet-rb.rbsmi.ru
Фото: ugorizont.ru
Читайте нас: