Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2020, 09:11

Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге заман техникаһы ярҙамында тикшереләсәк

Радий Хәбиров республика табиптарына күсмә маммография автомашинары асҡыстарын тапшырҙы.

Тәгәрмәсле биш маммография кабинеты Белорет, Бөрө, Нефтекама, Сибай, Күмертау үҙәк дауаханаларына юлланды. Был техника күкрәк биҙе яман шешен башланғыс мәлендә асыҡлау мөмкинлеген бирә һәм сиргә дусар тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерен оҙайтырға булышлыҡ итә. Хәҙер республиканың йәнә тиҫтәгә яҡын төбәгендә ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген заман техникаһы ярҙамында күҙәтеү сараһы күрелде. Быйыл төбәк дауаханаларына 162 миллион һумға 8 ошондай маммограф һатып алынды.
#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Читайте нас: