Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2020, 16:53

"Бөтә Рәсәй"Орлёнок" балалар үҙәгенә -60

Владимир Путин кисә "Орлёнок" тәрбиәләнеүселәрен һәм вожатыйҙарын 60 йыллыҡ юбилей менән тәбрикләне.

"Орлёнок"тың юбилейы -уның коллективы һәм шулай уҡ нисәмә быуын балалары өсөн ҙур ваҡиға. Был балалар үҙәге тәбиғәтенең матурлығы, ҡунаҡсыллығы менән һәм бөтә төбәктәр балаларын үҙенә тартып тороуы менән һоҡландыра. Лагерь программаһы мәҙәни, спорт саралары, фестивалдәр, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙары һәм, әлбиттә, диңгеҙ менән айырылып тора. Былар бөтәһе лә "Орлёнок"тың хеҙмәткәрҙәренең профессионализмы менән бәйле", - тип билдәләне Рәсәй Президенты.
Ул 1960 йылда Туапсе ҡалаһынан алыҫ булмаған урында- Ҡара диңгеҙ ярында асыла. 1992 йылда пионер лагерынан Бөтә Рәсәй балалар үҙәге итеп үҙгәртелә. Уның составына ундан ашыу лагерь инә: «Солнечный», «Звездный», «Стремительный», «Штормовой», «Дозорный», Комсомольский», «Олимпийский», «Юнармеец», «Олимпийская деревня» и «Солнышко».
Читайте нас: