Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2020, 15:38

Башҡортостанда ял көндәрендә ғаилә менән ҡайҙа барырға?

Республикала туризм әүҙемләшә. Быйыл күптәр үҙҙәре өсөн тыуған төйәк тәбиғәтенең матурлығын аса.

Ошоно иҫәптә тотоп, беҙ республиканың үҙаллы барыу мөмкин булған иҫтәлекле, матур урындары тураһында мәғлүмәт әҙерләнек. Хәйерле сәфәрҙәр һеҙгә!
1. Павловка һыуһаҡлағысы
150 саҡрымға һуҙылған һыуһаҡлағыс, уның ярҙарында палатка ҡороп ял итергә мөмкин.
Өфөнән: 140 км.
GPS координаталары: 55.5279, 56.6494.
Район: Ҡариҙел, Нуриман, Благовещен.
2. Успенск Изге-Георгий монастыре
Павловка һыуһаҡлағысына илткән юлда ирҙәр монастыре урынлашҡан. Бында ХХ быуат башының ҡыҙыҡлы архитектураһы һаҡланған. Кибеттә саҙаҡа өсөн монастырь икмәге алырға мөмкин.
Өфөнән: 110 км.
GPS координаталары: 55.4092, 56.3580.
Район: Благовещен.
3. Бөрө ҡалаһы
Тарихи үҙәк мөхитен һаҡлаған боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы. Мотлаҡ крайҙы өйрәнеү музейын, үҙәк майҙандағы ғибәҙәтхананы һәм ҡатын-ҡыҙҙар монастырен ҡарағыҙ.
Өфөнән: 100 км.
GPS координаталары: 55.4175, 55.5307.
Район: Бөрө.
4. Ҡыҙыл Шишмә сығанағы
Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле һыу сығанағы, донъя буйынса – икенсе урында! Һыу ағымы йәһәтенән Франциялағы Фонтен-де-Воклюз сығанағынан ғына ҡалыша. Шишмәнең һыуы йылдың бөтә миҙгелендә лә +5 градус тәшкил итә.
Өфөнән: 120 км.
GPS координаталары: 55.3788, 56.6811.
Район: Нуриман.
5. «Янғантау» геопаркы
Рәсәйҙә һәм БДБ-ла бөтә донъя ЮНЕСКО селтәренә индерелгән тәүге парк. Бында Мәсетле киҫелешен – һуңғы йөҙ миллион йыл дауамында ерҙең барлыҡҡа килеүен күрһәткән асыҡ ҡаяны, Салауат Юлаев йәшенгән Иҙрис мәмерйәһен, итәгендәге ярыҡтарҙан һәр ваҡыт йылы быу күтәрелгән Янғантауҙы күрергә мөмкин.
Өфөнән: 195 км.
GPS координаталары: 55.3010, 58.1400.
Район: Салауат.
6. Зәңгәркүл
Ҙур булмаған (яҡынса 400 квадрат метр), сынаяҡ аҫтына оҡшаған, йәйге эҫе көндәрҙә лә һалҡын һыулы күл.
Өфөнән: 45 км.
GPS координаталары: 54.3557, 55.8740.
Район: Ҡырмыҫҡалы.
7. Ҡандракүл
Йыл әйләнәһенә эшләгән тәбиғи парк. Уның үҙәге – Башҡортостандың иң ҙур күлдәренең береһе. Балыҡҡа бай.
Өфөнән: 140 км.
GPS координаталары: 54.4979, 54.0638.
Район: Туймазы.
8. Асылыкүл
Тағы ла бер матур күлдәрҙең береһе. Ҡайһы берҙә уны башҡорт диңгеҙе тип тә атайҙар, сөнки һыуы бер аҙ тоҙло.
Өфөнән: 170 км.
GPS координаталары: 54.3143, 54.5768.
Район: Дәүләкән.
9. Асҡын боҙ мәмерйәһе
Оҙонлоғо 104 метрға тиң боҙлоҡ-мәмерйә. Унда мәңгелек туңлыҡ һаҡлана. Эсендә бейеклеге унар метрға еткән боҙ сталагмиттар бар.
Өфөнән: 150 км.
GPS координаталары: 54.2356, 56.9006.
Район: Архангел.
10. Ирәкташ
Бер нисә саҡрымға һуҙылған тау теҙмәһе. Ситтән ҡарағанда фантастик фильм кадрҙарын да, ташҡа әйләнгән аждаһаны ла хәтерләтә.
Өфөнән: 300 км.
GPS координаталары: 54.2500, 58.3594.
Район: Белорет.
11. Ҙур Ирәмәл тауы
Бейеклеге буйынса республикала икенсе урында һаналған тау – 1582 метр. Түбәһендә һәр саҡ ҡар ята. Учалы һәм Белорет райондары тәңгәленән менергә мөмкин.
Өфөнән: 240 км.
GPS координаталары: 54.5333, 58.8388.
Район: Белорет.
12. Әүешкүл ярындағы Әүештау
Тау итәгендә изге сығанаҡ урынлашҡан. Уның һыуын алырға төрлө тарафтарҙан киләләр. Сығанаҡтағы һыуҙың шифаһын ғалимдар ҙа раҫлаған.
Өфөнән: 360-470 км (ҡайһы юлдан барыуға ҡарап, урауыраҡ юл – тынысыраҡ).
GPS координаталары: 54.7265, 59.6879.
Район: Учалы.
13. Ҡарағайкүл
Башҡортостандың иң матур күлдәренең береһе. Легендаға ярашлы, бында ошо урындан алыҫ булмаған ғибәҙәтхананың алтын ҡыңғырауҙарын күмгәндәр. Имеш, төндәрен күл буйында уларҙың сыңлауын ишетергә мөмкин.
Өфөнән: 410 км.
GPS координаталары: 54.6758, 59.6084.
Район: Учалы.
14. Еләкташ
Белорет районының һоҡланғыс урыны. Тауға балалар менән менеү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай. Тау башынан Белорет ҡалаһына, Көньяҡ Уралдың иң бейек нөктәһе – Ямантауға, Оло Шылым һәм Ирәмәл тауына хозур күренештәр асыла.
Өфөнән: 257 км.
GPS координаталары: 54.0225, 58.2902.
Район: Белорет.
15. Ахун таш һындары
Бронза быуат музей-ҡурсаулығы, уны «башҡорт Стоунхенджы» тип тә атайҙар. Ғалимдар әлегә тиклем был урындың серен асып бөтмәгән: ул боронғо йола комплексымы, әллә йондоҙҙарҙы күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән обсерваториямы?
Өфөнән: 430 км.
GPS координаталары: 54.1923, 59.5731.
Район: Учалы.
16. Красноусол
Диндарҙарға Изге Ана Табын иконаһы күренгән урын булараҡ билдәле, шулай уҡ шифалы сығанаҡтары менән дан алған курорт.
Өфөнән: 130 км.
GPS координаталары: 53.927375, 56.525288.
Район: Ғафури.
17. Торатау шиханы
230 миллион йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән боронғо мәрйен рифы. Итәге ярайһы уҡ текә генә, әммә менеүе ауыр түгел.
Өфөнән: 140 км.
GPS координаталары: 53.555045, 56.098705
Район: Ишембай.
18. Шүлгәнташ
Уралдағы иң билдәле мәмерйә. Палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеләренең ташҡа төшөргән һүрәттәре менән данлыҡлы. Мәмерйәгә барған юлда бал музейы, тәүтормош кешеһенең туҡталҡаһы һәм мамонт һыны менән танышырға мөмкин.
Өфөнән: 380 км.
GPS координаталары: 53.0780, 57.0487.
Район: Бөрйән.
19. Нөгөш
«Башҡортостан» милли паркы билә- мәһендәге һыуһаҡлағыс. Бында палатка ҡороп ял итеү өсөн матур урындар етерлек.
Өфөнән: 254 км.
GPS координаталары: 53.0828, 56.4707.
Район: Мәләүез.
20. Мораҙым тарлауығы
Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндәге тәбиғи парк. Уның биләмәһендә төрлө ҙурлыҡтағы 46 мәмерйә урынлашҡан. Альпинистар, туристар һәм фотографтар өсөн ожмахҡа тиң урын.
Өфөнән: 300 км.
GPS координаталары: 52.5762, 56.8597.
Район: Күгәрсен.
21. Николо-Березовка ауылы
XIX быуатта төҙөлгән Николай ғибәҙәтханаһы менән билдәле боронғо сауҙагәрҙәр ауылы. Бында Кама йылғаһына хозур күренештәр асыла.
Өфөнән: 220 км.
GPS координаталары: 56.1314, 54.1488.
Район: Краснокама.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.
Читайте нас: