Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
25 Июля 2020, 03:54
"Муха"ға иғтибар һәм эш артасаҡ
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров компьютер графикаһы һәм анимация өлкәһендә эшләгән “Муха” студияһының ижади майҙансығында булды.
Төбәк етәксеһе 50 кешенән торған коллективтың эш шарттарын баһаланы һәм компанияның перспективалы ижади проекттары менән танышты.
1990 йылда нигеҙ һалынған “Муха” студияһы Рәсәй баҙарында компьютер графикаһы буйынса лидерҙарҙың береһе иҫәпләнә. Уларҙың тауарҙары – фильмдар, реклама роликтары, видеоклиптар, телевизион заставкалар һәм махсус эффекттар – медиа мөхиттә киң популярлыҡ менән файҙаланыла. Бөгөн студия Башҡортостан Хөкүмәте заказы буйынса “Төньяҡ амурҙары” тулы метражлы мультфильмы өҫтөндә эшләй. Ул Наполеон һуғыштары осорондағы башҡорт яугирҙәренә арнала.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе мультипликация тармағының артабанғы үҫеше мәсьәләһенә арналған эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда, мәҫәлән, студияға Хөкүмәт яғынан ярҙам мөмкинлектәре лә ҡаралды.
Кисә иһә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Союзмультфильм” киностудияһы директоры Борис Машковцев менән осрашып, “Муха” студияһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм Башҡортостандың иң яҡшы анимацион образдарын ил күләмендә таратыу мәсьәләләрен тикшергәйне.
“Союзмультфильм” балалар ижадын алға һөрә – тематик лагерҙар, балалар үҙәктәре һәм кинофестивалдар булдыра. Быларҙың барыһын да тулы кимәлдә Башҡортостан биләмәһендә лә тормошҡа ашырырға мөмкин. Был йүнәлештә “Муха” студияһы менән берлектә рәссам Камил Буҙыҡаев та эшләй. Ул да кәңәшмәлә ҡатнашты.
Фекер алышыу һөҙөмтәһендә Радий Хәбиров “Муха” студияһы етәкселегенә Өфөлә булдырыласаҡ “IQ-парк” юғары технологиялар технопаркы резиденттары исемлегенә инергә тәҡдим итте. Зәки Вәлиди урамы, 32А адресы буйынса урынлашасаҡ технопарк 2021 йылда асылырға тейеш. Был Башҡортостан Хөкүмәте менән “Сколково” фондының уртаҡ проекты. Хеҙмәттәшлектең һөҙөмтәле йүнәлештәре тип Башҡортостан Башлығы республикала йәшәгән тарихи шәхестәр тураһында анимацион фильмдар, көнүҙәк социаль реклама булдырыуҙы ла атаны.
– “Муха” студияһы – беҙҙең визит карточкабыҙ һәм республика ғорурлығының береһе. Минеңсә, быға тиклем уның эшмәкәрлегенә иғтибар етерлек булмаған, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ уртаҡ эш башланыҡ, уның йүнәлештәрен билдәләнек.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
bash.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"