Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
27 Июля 2020, 06:07

Башҡортостан - икенсе урында!

Башҡортостан Иҙел буйы федераль округында ҡаҙнанан финанслау күләме буйынса икенсе урында тора.

Быйыл беҙҙең республикаға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 30 млрд һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуларҙың 2,5 млрд.ы – дәүләт ҡаҙнаһынан. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда артығыраҡ.
7,5 млрд һумдан ашыу аҡса юлдарҙы төҙөкләндереү һәм төҙөү, мәғариф һәм мәҙәниәт объекттарының техник базаһын нығытыу, шулай уҡ бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡ пункттарында уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн тотоноласаҡ. Әлеге мәсьәләләрҙе Өфөлә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бағышланған кәңәшмәлә тикшерҙеләр.
Шулай уҡ ағымдағы йылда 47 объект ҡулланышҡа тапшырыласаҡ: 20 балалар баҡсаһы, 6 мәктәп (уларҙың дүртеһе балалар баҡсаһы менән берләштерелгән), республика онкодиспансерының хирургия корпусына төкәтмә, 13 капиталь ФАП һәм ике мәҙәниәт объекты.
Сығанаҡ һәм фото: bash.news, https://omet-rb.rbsmi.ru
Читайте нас