Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
27 Июля 2020, 12:10

Яман сир ҡорбаны

Г.Г.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының бала тыуҙырыу йортонда эшләгән тәжрибәле табип-неонатолог Елена Смирнова 25 июлдә ваҡытынан алда яҡты донъя менән хушлашҡан.

Был хаҡта уның яҡындары хәбәр итә. Улар әйтеүенсә, пандемия башланғас, табип үҙ теләге менән коронавируслы пациенттарҙы дауалауҙа ҡатнашҡан, “ҡыҙыл зона”ла ла эшләгән.
“Covid-19... Ҡыҙыл зона...Медицинаға 35 йыл ғүмерен бағышлаған кеше. Табип, неонатолог, фитотерапевт. Дуҫлығыбыҙ 20 йылға яҡын. Уның изге һөнәре сабыйҙарҙың донъяға килеүенә бәйле ине. Ул үҙ эшен ныҡ яратты. Хатта пенсияға киткәс тә сабыйҙарҙың был донъяға килеүенә ярҙам итте”, – тип яҙған үҙенең социаль селтәрҙәге битендә Регина Новоселова.
Туғандары, дуҫтары әйтеүенсә, Елена бар тормошон яратҡан һөнәренә бағышлаған. Пациенттары иһә уға рәхмәтле.
“19 йыл элек Елена Смирнова ярҙамында ҡыҙым тыуҙы. Беҙҙең дуҫлыҡ шулай башланды. Ғүмергә һуҙылған дуҫлыҡ... Миңә был юлдарҙы яҙыуы ныҡ ауыр. Күңелем уның юҡлығына ышанмай...” – тип яҙған Өфөнән бер ханым.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Елена Смирнова һуңғы ваҡытта пневмония менән ауырыған.
omet-rb.rbsmi.ru
Читайте нас