Дим буйҙары
+22 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
29 Июля 2020, 15:06
Киләһе ай яңылыҡтарға бай булмаҡсы
1 августан Рәсәй халҡын күп кенә үҙгәрештәр көтә.
Рәсәй сит илдәр менән авиабәйләнеште яңырта. Төркиә, Бөйөк Британия һәм Танзанияға Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Ростовтағы Дон аэропорттарынан ғына осорға мөмкин буласаҡ. 1 августан осоштар Стамбул менән Анкараға, 10 августан – Анталия, Бодрум һәм Даламанға яңыртыла.
Пандемияға бәйле рәүештә эшһеҙҙәргә һәм табиптарға бирелә торған өҫтәмә түләү август айында ла һаҡлана. Эшен юғалтҡан ата-әсәләр һәр бәлиғ булмаған бала өсөн 3000 һум ала.
Пенсиялар арта: эшләй торған пенсионерҙарға (279 һум), пенсияның тупланма өлөшөн булдырыусыларға (9,13 процент), софинанслау программаһында ҡатнашыусылар (7,99 процент). Бының өсөн махсус ғариза яҙырға кәрәкмәй, яңыса иҫәпләү автомат рәүештә башҡарыласаҡ. Ай башында илдә халыҡ өсөн тәбиғи газ хаҡы 3 процентҡа күтәрелә.
24 августа ОСАГО хаҡы үҙгәрә – тариф коридоры киңәйә. Шулай итеп физик заттарға полистың минималь һәм максималь хаҡы 10 процентҡа, компанияларға – 20 процентҡа, таксиҙарға 30 процентҡа үҙгәрә. Әлеге инициатива авторҙары ышаныуынса, был яңылыҡ тәртипле автомобиль йөрөтөүселәр өсөн түбәнерәк тариф билдәләргә һәм йыш ҡына юл ҡағиҙәләрен боҙған һәм һәләкәткә эләгә торған машина йөрөтөүселәр өсөн уны юғарыраҡ итергә мөмкинлек бирә.
Фото: http://pixabay.com
http://shahrikazan.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"