Дим буйҙары
+27 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
29 Июля 2020, 08:14
Урманда – шартлау
Башҡортостанда йәнә шартлау, йәнә Урман ауылында.
Иглин районының Урман ауылында, элекке хәрби келәт биләмәһендә шартлауҙар яңғыраны. Хәрби припастарҙы шартлатыу һөҙөмтәһендә дүрт кеше йәрәхәтләнгән. Уларҙы ярсыҡтан яраланыу һәм төрлө кимәлдәге тән бешеүе менән дауаханаға оҙатҡандар. Был турала “Интерфакс-Поволжье” порталы хәбәр итә.
Урман ауылы хакимиәте башлығы Рафаэль Ҡалҡаманов хәбәр итеүенсә, был хәл подрядсы ойошма тарафынан планлы эштәр башҡарған саҡта булған. Улар хәрби припастарҙы йыйыу һәм утилләштереү менән шөғөлләнгән. Был ойошманың хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт нигеҙендә эшләгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, баҫыуҙан алырға тиелгән снаряд шартлаған. Башҡа снарядтарҙың детонация ҡурҡынысы юҡ.
Урынға хоҡуҡ һаҡсылары сыҡҡан, улар хәлде асыҡлау менән шөғөлләнә.
Фото: Башинформ.
башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"