Дим буйҙары
+27 °С
Дождь
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
8 Сентября 2020, 12:15
“Транснефть – Урал” акционерҙар ойошмаһы Башкортостан Республикаһы Башлығы наградаһына лайыҡ булды
Һөнәри байрамдары – Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан “Транснефть - Урал” акционерҙар йәмғиәте производство ҡаҙаныштары һәм төбәктең социаль – иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф.Хәбировтың Рәхмәте менән билдәләнде.
Награда республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫеше мәсьәләләренә арналған Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Транснефть - Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Р.Н.Ковалевҡа тапшырылды.
“Транснефть - Урал” акционерҙар йәмғиәте “Транснефть” системаһының иң ҙур ойошмаларының береһе булып тора, бына инде 70 йылдан ашыу Рәсәйҙең һигеҙ төбәге һәм Төньяҡ Ҡаҙағстан территорияһында магистраль торба үткәргес селтәре аша нефть һәм нефть продукттарын траспортировкалай.
Предприятиеның алты филиалының дүртәүһе – Туймазы, Черкасск, Арлан нефть үткәргес идаралыҡтары һәм магистраль нефть үткәргестәрҙә аварияларҙы иҫкәртеү һәм ликвидациялау буйынса махсус идаралыҡ Башҡортостанда урынлашҡан. Предприятие яуаплылығы зонаһында булған магистраль торба үткәргестәрҙең яртыһы тиерлек – 4 мең километрҙан ашыуы төбәк территорияһы аша үтә. Атап әйткәндә, Өфө һәм Салауат нефть эшкәртеү заводтары нефть менән тәьмин ителә, ил эсендә һәм экспорт йүнәлешендә ҡулланыусыларға ебәреү өсөн нефть эшкәртеү заводтарынан нефть продукттары ҡабул ителә.
“Транснефть - Урал” күп кешене эш менән тәьмин итеүсе һәм ҙур күләмдә һалым түләүсе акционерҙар йәмғиәте булып тора. 2019 йылда республика ҡаҙнаһына 2,835 млрд һум һалым түләнһә, 2020 йылда был күрһәткес 2,953 млрд һум күләмендә булыр тип күҙаллана. Коллективта 7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә, уларҙың 4,2 меңе республикала эшләй. Предприятиеның һуңғы өс йылда Башҡортостан Республикаһы биләмәһенә һалған капитал күләме 24 млрд һум самаһы тәшкил итә: акционерҙар йәмғиәте инфраструктураны һәм сәнәғәт объекттарын яңырта, алдынғы технологиялар индерә, механотехнологик ҡорамалдар паркын яңырта. “Транснефть - Урал” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостандың кадрҙар әҙерләү өлкәһендәге алдынғы уҡыу йорттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Предприятие ярҙамында республикала бик күп социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөлдө һәм реконструкцияланды. “Транснефть - Урал” акционерҙар йәмғиәте әүҙем рәүештә хәйриә проекттарын тормошҡа ашыра, уның хеҙмәткәрҙәре ирекмәнлек эшмәкәрлегендә ҡатнаша.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"