Дим буйҙары
+19 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентября 2020, 14:08

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте иң яҡшыларҙы бүләкләне

Акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре корпоратив һәм ведомство наградаларын алды. Ул нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙре көнө айҡанлы тапшырылды.

Бүләктәрҙе «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте директоры Роман Ковалев тапшырҙы
РФ энергетика министрлығы тарафынан предприятиеның өс эшсеһе илдең яғыулыҡ-энергетик комплексы үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн «Почетлы нефтсе» исеменә лайыҡ булды. Тағы ла ете кешегә Рәхмәт хаты тапшырылды. Илле өс хеҙмәткәр «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын алды, тағы ла 93 кеше предприятиеның Рәхмәт хаты менән билдәләнде. «Транснефть системаһы ветераны» исеменә 21 хеҙмәткәр лайыҡ булды – юғары дәрәжәләргә ирешеп, уларҙың һәр ҡайһыһы яратҡан эшенә 20 йыл ғүмерен бағышлаған.
“Коллектив үҙ эшсәнлегендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешһен өсөн барыһын да эшләргә әҙер булыуығыҙ, тармаҡ ветерандары тарафынан булдырылған изге йоланы дауам иткән өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәм”, тип билдәләне Роман Ковалев.
Бынан тыш, коллективтың ун ағзаһының фотоһы «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенең Почет таҡтаһына ҡуйылған, тағы ла 50 эшсе – Ҡурған, Силәбе өлкәһенең, Башҡортостандағы филиалдарының Почет таҡтаһына ҡуйылған.
Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн сарала санитар-эпидемик талаптар үтәлде. «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте филиалы хеҙмәткәрҙәренә наградалар эш урындарында үткән тантаналы йыйылыштарҙа тапшырылды.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас