Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
18 Сентября 2020, 05:55

Башҡортостанда Туризмды үҫтереү үҙәге ойошторола

уризмды үҫтереү үҙәге республика хөкүмәте тәҡдиме менән булдырыла, тиелә документта. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты.

Яңы ойошма әҙер уставты ведомствоға ташырырға һәм уны Юстиция министрлығында теркәүҙе тәьмин итергә тейеш. Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙрановҡа йөкмәтелгән.
Республикала бындай үҙәк бар ине. Уға йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар Артур Иҙелбаев етәкселек итте, ул 2019 йылдың авгусында вазифаһын ҡалдырҙы. Һуңынан ойошма ла бөтөрөлдө.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас