Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентября 2020, 18:59
Пандемия башланғандан алып республикала 8 452 пациентта COVID-19 раҫланған
Башҡортостанда бер тәүлектә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар һаны 35-кә артҡан.
Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала 8 452 пациентта COVID-19 раҫланған, тип хәбәр итте Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин,
тип хәбәр итә "Башинформ".
«Хәҙер 33 кеше стационарҙа дауалана, шул иҫәптән берәүһе – ауыр хәлдә. Ул башҡаларҙан айырым урынлаштырылған, сөнки унда туберкулез асыҡланған, — тип белдерҙе Максим Забелин Башҡортостан башлығына. – Бөгөн 495 сирле амбулатор шарттарҙа дауалана, бәйләнештә булған 220 кеше өйҙә ултыра».
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, һуңғы аҙнала — 224, бөтәһе 7 890 кеше коронавирус инфекцияһынан һауығып сыҡҡан.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ПЦР алымы менән тест үткәрә башлағандан алып республикала 920 кеше тикшерелгән.
Башҡортостанда грипп буйынса вакцинация штат режимында уҙғарыла. 412 мең кеше прививка яһатҡан – препараттың беренсе партияһынан 81% һатылған. Октябрҙә киләһе партия көтөлә.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, 18 сентябрҙә Башҡортостанға коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның тәүге партияһы килтерелде. Тәү сиратта уны табиптарға яһайҙар.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"