Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Баш
Чув
Тат
Рус
ЙӘМҒИӘТ
30 Сентября 2020, 12:25
«Сәләм» программаһы коронавирусҡа шик булыуға сәбәпле изоляцияға ебәрелде
Коронавирусҡа шик булыуға бәйле, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иртәнге «Сәләм» тапшырыуы хеҙмәткәрҙәре тулы составта изоляцияға ебәрелде. Эфирҙа яңы сығарылыштар урынына элекке программалар ҡабатлап күрһәтелә.
«Башинформ» «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдиновҡа комментарий биреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
«Хеҙмәткәрҙәрҙең береһендә пневмонияға шик булыуға бәйле, шулай уҡ инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында «Сәләм»дең ижади төркөмөн бер аҙнаға изоляцияға ебәрергә ҡарар иттек. Бер нисә көн эфирҙа программаның иң яҡшы сығарылыштарын күрһәтәбеҙ. Бөтә хеҙмәткәрҙәр ҙә медицина тикшереүен үткәс һәм беҙ уларға, башҡа коллегаларыбыҙға хәүеф янамауына инанғас, программа эфирға сығыуын дауам итер», — тине холдингтың генераль директоры.
Тапшырыуҙың баш мөхәррире Наил Юнысов әйтеүенсә, ул үҙен һәйбәт хис итә, шулай ҙа ике тапҡыр коронавирусҡа тест тапшырған. Бер үк көндә беренсе тест — ыңғай, икенсе лабораторияла алынған тест кире һөҙөмтә күрһәткән. Әле ул өсөнсө тапҡыр анализ бирергә йыйына.
https://
www.bashinform.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
3 Августа , 07:38
Үҙәк майҙан күркәм төҫ ала
Общие статьи
3 Августа , 06:25
Йәмле йәйҙәрҙә
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"