Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Октябрь 2020, 11:18

Татарстанда "Һылыуҡай -2020" конкурсы үтте

– Беҙҙең өсөн был конкурс – күптән көтөп алынған ваҡиға. Ике республика араһындағы күршеләрсә мөнәсәбәт беҙгә бик ҡәҙерле, был сара йыл да уҙыр тип өмөтләнәбеҙ. Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек нығынһын! – тине Татарстан башҡорттары ҡоролтайының йәштәр хәрәкәте рәйесе Яҙгөл Иҫәндәүләтова.

Конкурстың баһалама төркөмөнә Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков, төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Эльза Таныбаева, "Һылыуҡай -2019" конкурсы Гран-приһы хужаһы Ләйлә Шәкүрова, билдәле йырсы, Башкортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), MTV-mix телеканалы директоры Евгения Машко, хореограф, Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры режиссеры Сәлимә Әминева, Татарстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов инде.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы Саба районынан Лилиә Арыҫланова яуланы. Ул "Һылыуҡай" Бөтә Рәсәй конкурсының финалында Татарстандан ҡатнашыусы булараҡ сығыш яһаясаҡ. I урынды – Гөлшат Әхмәҙиева, II урынды – Гөлиә Солтанова, III урынды Элина Әхмәтйәнова алды.
Тамашала халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй йыр конкурстары лауреаты Зилиә Бәхтиева һәм "Байыҡ" телевизион бейеү конкурсы Гран-приһы хужаһы, "Танцы на ТНТ", "Dance Революция" проекттары ҡатнашыусыһы Нәркәс Юлдашева сығыш яһаны.
Башҡорт ҡыҙҙарының "Һылыуҡай" Бөтә Рәсәй конкурсының һайлап алыу турҙарында йәмғеһе 80-дән ашыу ҡыҙ ҡатнашты. Еңеүселәр булып Эльвина Әхмәтова (Нефтекамала уҙған бәйге), Айгүзәл Исхаҡова (Асҡын районында), Аймара Нафиҡова (Силәбелә), Гөлсирә Рәхимйәнова (Свердловск өлкәһендә), Гүзәл Назарғолова (Пермь крайында), Линиза Солтанғужина (Ырымбур өлкәһендә), Эльвира Шаһиәхмәтова (Һамар өлкәһендә) танылды.
Рәсәй төбәктәрендә еңгән һылыуҡайҙар 3 декабрҙә Өфө ҡалаһында уҙасаҡ гала-концертҡа саҡырылған.
Фото: ойоштороу комитеты.
Читайте нас: