Дим буйҙары
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Октябрь 2020, 11:26

Уҡыуҙар дистанцион режимға күсерме?

Рәсәй Президенты Владимир Путин видео бәйләнеш режимында студенттар һәм мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Осрашыуҙың төп темаһы - уҡытыуҙы дистанцион режимға күсереү мәсьәләһе.

Ил башлығы дистанцион режимдағы уҡыу барышында уҡытыусыларҙың да, студенттарҙың да, мәктәп уҡыусыларының да һанлы технологиялар ҡулланыуҙа сикһеҙ тәжрибә алыуҙарын, үҙ аллы эшләүҙә юғалып ҡалмауҙарын билдәләп үтте.

“Рәсәй мәктәптәре алға китһен өсөн пандемия ваҡытында алынған тәжрибәне һәм яңы компетенцияларҙы ҡулланып эшләргә тейешбеҙ. Илдә таралған дөйөм дистанцион режимға күсеү тураһындағы хәбәр дөрөҫ түгел, сөнки уҡытыусы менән уҡыусының туранан-тура аралашыуы ғына юғары сифатлы белем биреүгә эйә. Шуға күрә мәктәптәрҙә һәм уҡыу йорттарында уҡытыуҙы мөмкин тиклем һаҡларға тырышасаҡбыҙ. Был мәкерле инфекция таралыуынан һаҡланыу маҡсатында уҡыуҙан тыш сараларҙы, консультацияларҙы видео режимда ла уҙғарырға мөмкин,”-тине ил башлығы.

#В.Путин

Читайте нас в