Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2020, 17:52

50 тел уҡытыусыһына – 50-шәр мең һум премия

Бөгөн Өфөлә республиканың иң яҡшы башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары тәбрикләнде.

Конкурс комиссияһы тарафынан 125 уҡытыусының эштәре ҡаралған, уларҙың 77-һе – башҡорт теле, 48-е рус теле уҡытыусыһы. Һөҙөмтәлә эштәре иң яҡшы тип табылған 50 уҡытыусыға 50-шәр мең һум күләмдә аҡсалата премия тапшырылды.

- Был аҙна ваҡиғалалрға бай. 5 октябрҙә Уҡытыусылар көнөн билдәләгәйнек, 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнө. Байрам алдынан республикабыҙҙың дәүләт телдәрен уҡытҡан иң яҡшы педагогтарҙы тәбрикләйбеҙ. Башҡортостан Хөкүмәте һәм республика комиссияһы исеменән һеҙҙе конкурста еңеүегеҙ менән тәбрикләйем һәм баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдереп, яңы ижади уңыштар теләйем, - тине үҙ сығышында республика Хөкүмәтенең вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров.

Уҡытыусыларға Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да изге теләктәрен еткерҙе.

- Һеҙ балаларҙы һөйләргә, уйларға, үҙ фекереңде матур итеп әйтергә өйрәтәһегеҙ. Үҙеңде йәмғиәттә лайыҡлы танытыу заман кешеһе өсөн мөһим талап булып һанала. Тел уҡытыусыларынан тыш бының тейешле кимәлдә булыуы мөмкин түгел. Һеҙ классиканы, әҙәбиәтте, йәмғиәтте яратырға өйрәтәһегеҙ, уҡыусыларҙа әҙәп һәм әхлаҡ ҡанундарына нигеҙ һалаһығыҙ, - тип билдәләне министр.

Матур бүләккә лайыҡ булған уҡытыусылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашып үтте.

- Өфө ҡалаһының 44-се полилингваль мәктәбендә башҡорт һәм төрөк телдәренән белем бирәм. Эшемдә башҡорт телен төрки телдәр менән сағыштырып уҡытыуға баҫым яһайым. Башҡорт фольклоры өлгөләрен төрөк теленә тәржемә итәм. Эшемде баһалауҙары өсөн ҙур рәхмәтлемен, был мине тағы ла ҙурыраҡ хеҙмәткә дәртләндерҙе, - ти тел уҡытыусыһы Ләлә Сафина.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 15 ғинуарындағы “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусыларын аҡсалата бүләкләү тураһында”ғы ҡарары “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”, “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында” БР закондарына ярашлы булдырылды һәм дәүләт телдәрен уҡытыу сифатын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Фото: “Башинформ”.
Читайте нас: