“Әгәр беҙҙең балалар учреждениелары менюһында алмалар биреү ҡаралған булһа, был үҙебеҙҙең тәмле, сифатлы һәм файҙалы ризыҡ булырға тейеш, был мәсьәләне ҡарағыҙ", – тине республика Башлығы.
Республикала баҡсаларҙың майҙаны 9 мең гектар тәшкил итә, шуларҙың 86 проценты – шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙыҡы. Уҙған йылда төбәктә 399 тонна еләк-емеш йыйып алынған, улар, нигеҙҙә, көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатылған. Шул уҡ ваҡытта был тармаҡтың үҫеш потенциалы бик ҙур.
Хөкүмәт вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, алмағас баҡсалары өсөн майҙандарҙы арттырыу эше бара. Мәҫәлән, уҙған йылда Шишмә еләк-емеш питомнигында алма 11 гектар булһа, быйыл ике тапҡыр күберәк.
Баҡсасылыҡ программалары, еләк-емеш культуралары үҫтереү менән бәйле эшсәнлек төбәк Хөкүмәте тарафынан 2021-26 йылдарға ҡәҙәр раҫланған “Ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” тип аталыусы яңыртылған дәүләт программаһы сиктәрендә ярҙам аласаҡ.
Сығанаҡ:
https://kiziltan.rbsmi.ru