Дим буйҙары
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2020, 15:42

Президентттың тыуған көнөнә нимә бүләк итәләр?

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тыуған көнө.

Уға 68 йәш тула. Ил башлығының пресс-секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, көндөң тәүге яртыһын Президент эске мәсьәләләргә ҡағылышлы дәүләт эштәре менән мәшғүл буласаҡ, шулай уҡ сит илдәр менән телефон бәйләнешенә сығыу ҡаралған. Ә инде ҡалған ваҡытты ул дуҫтары, туғандары һәм яҡындары менән үткәрәсәк икән.

Тыуған көн бүләкһеҙ булмай инде. Песков әйтеүенсә, Владимир Путин алған иң үҙенсәлекле бүләк – ике айлыҡ Уссури юлбарыҫы балаһы. Уны Президент аҙаҡтан Геленджиктағы "Сафари-парк"ка тапшырған. Шулай уҡ Мономах кәпәсенең күсермәһе һәм тере крокодил да улар рәтенә инә. Бүләктәрҙең күпселеге ил башлығы китапханаһында һаҡлана. Ҡайһы берҙәрен Путин үҙенә ҡалдыра, ти пресс-секретарь.

Читайте нас в