Дим буйҙары
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2020, 12:05

Сәйәхәт өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу программаһы оҙайтылды

15 октябрҙән 5 декабргә тиклем программа сиктәрендә турҙар һәм ҡунаҡханала йәшәү өсөн түләү мөмкинлеге бар. Был хаҡта Ростуризм етәксеһе Зарина Догузова хәбәр итте.

Сәйәхәткә 15 октябрҙә юлланырға була, 2021 йылдың 10 ғинуарына тиклем ҡайтырға кәрәк.
Сәфәр өсөн аҡсаны кире ҡайтарыу ҡағиҙәләре лә үҙгәрҙе.
«Хәҙер программала ике көнлөк сәфәрҙәр ҡатнаша, ял көндәрендә ҡыҫҡа сәйәхәткә сығырға мөмкин. Беҙ кешбэк алыу өсөн кәрәкле турҙың йәки йәшәүҙең минималь хаҡы буйынса талапты бөтөрҙөк. Хәҙер төрлө турҙар өсөн аҡсаны 20% күләмендә кире ҡайтарып алырға була. Ә кире ҡайтарыуҙың максималь күләме 20 меңгә тиклем арттырылды», – тине Зарина Догузова.
Читайте нас в