Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Октябрь 2020, 21:27

Владимир Путинға бүләк булһын!

68 төп ағас ил Президенты хөрмәтенә ултыртылды.

Белорет Мәскәү, Петербург, Грозный, Севастополь, Новосибирск, Донецк һәм Кузнецк менән бергә Рәсәй Президенты Владимир Путинды тыуған көнө менән ҡотланы.

"Төнгө бүреләр" мотоклубы тарафынан ойошторолған "Рус урманы" Бөтә рәсәй акцияһы сиктәрендә был ҡалаларҙың һәр ҡайһыһында бөгөн 68 кедр ағасы ултыртылды. Ағас ултыртыуҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Урман хужалығы министрлығы, йәш гвардиясылар, мәҙәниәт, спорт, район хакимиәте вәкилдәре, мотоциклсылар, йәштәр ҡатнашты.

10 октябрҙә уҙасаҡ "Рус урманы" масштаблы акцияның беренсе өлөшө генә. Башҡортостан Республикаһы көнөндә бында 12 мең нарат үҫентеһе ултыртыу ҡарала. Акцияны үткәреү инициаторҙары - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм "Төнгө бүреләр" мотоклубы. Башҡортостан Башлығы саҡырыуы буйынса мотоклуб лидеры Александр Залдастанов (Хирург) та ағас ултыртыуҙа ҡатнашасаҡ.

Ултыртыу урыны осраҡлы ғына һайланмаған - бер нисә йыл элек бында янғындар ҡоторған. Акция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең - 75, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 30 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнә бағышлана.

Фото:bash.news
Читайте нас: