Дим буйҙары
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Октябрь 2020, 19:26

Башҡортостанда буласаҡ беренсе класс уҡыусыларын мәктәпкә ҡабул итә башлау датаһы үҙгәртелде

Башҡортостанда мәктәптәрҙә буласаҡ беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләренән документтар ҡабул итә башлау датаһы үҙгәртелде.

2020-2021 уҡыу йылында белем биреү учреждениелары документтарҙы элекке кеүек 1 февралдән түгел, ә 1 апрелдән ҡабул итә башлай. Яңы ҡағиҙәләр тураһында Өфөнөң мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, тәүҙә ғаризалар учреждениеға беркетелгән биләмәлә теркәлгән ғаиләләрҙән ҡабул ителә. Башҡа ата-әсәләр документтарын 6 июлдән генә тапшырырға мөмкин.
Бынан тыш, хәҙер документтар электрон төрҙә ҡабул ителә. Ғариза өлгөһө мәктәп сайттарына урынлаштырыла. Быға тиклем беренсе класҡа алыу тураһында ғаризалар «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталдары аша ҡабул ителде, ләкин барыбер документтарҙы мәктәпкә илтеп тапшырырға кәрәк ине.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас в