Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
ЙӘМҒИӘТ
8 Октября 2020, 05:23

Республика көнөнә ҡарата #РеспубликамдыЯратам флешмобы башланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостаныбыҙҙың гүзәллеген данлаған акцияла барығыҙҙы ла ҡатнашырға саҡыра.

Һеҙ республикабыҙҙың ниндәй иҫтәлекле урындарында булғанығыҙ бар? Матур урында фото төшөп, социаль селтәрҙәргә һалығыҙ. #РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡулланығыҙ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иң яҡшы фоторәсемгә конкурс иғлан итә. Иң күп лайыҡ йыйған рәсем авторын бүләк көтә.
Селфи эшлә йә торған урыныңды фотоға төшөр;
#РеспубликамдыЯратам #ЛюблюРеспублику хештегтарын ҡуй;
Фотоларҙы Бәйләнештә йә Инстаграмда сәхифәңә һал.
Иң сағыу һүрәттәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы төркөмдәрендә урынлаштырыласаҡ.
Башинформ.
Читайте нас