Фондтың төп маҡсаты - балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт көсөн һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын берләштереү, балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүгә һәм тәрбиәләүгә шарттар тыуҙырыу. Указға ярашлы фондтың учредителе булып Рәсәйҙең мәғариф министрлығы билдәләнде. Уның составына "Рәсәй балалар фонды һәм "Халыҡ-ара балалар фондтары ассоциацияһы" йәмғиәттәре союзы индерелгән.