Jonathan Czödör Ichmoukametoff тарафынан төҙөлгән башҡорт этно-ауылы.
Джонатан, сығышы менән Башҡортостандан булған Әхтәм Ишмөхәмәтов (1880-1946) исемле хәрбиҙең бүләһе. Әхтәм Ишмөхәмәтов 1917-1923 йылдарҙағы һуғыштан һуң Францияға күсенә.
Этно-ауыл нигеҙендә Джонатан «Batyriyya» тигән мәктәп ойоштора. Унда боронғо башҡорт йолаларын һәм үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса башҡорттарҙың көрәш алымдарын өйрәнеү өсөн Францияның төрлө төбәгенән киләләр.
Джонатан — француз армияһында хеҙмәт иткән хәрби, махсус әҙерлек үткән. Ул, шулай уҡ, экстремаль шарттарҙа тере ҡалыу, эҙ алыу ҡағиҙәләрен өйрәтә, традицион башҡорт-ҡаҙаҡ хужалығы менән шөғөлләнә.
2009 йылдан «ICHMOUKAMETOFF» мәктәбе директоры.
Сығанаҡ: https://kurultai.ru