Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Октябрь 2020, 12:21

Студенттар дистанцион уҡыуға күсә

Башҡортостанда ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары коронавирус пандемияһына бәйле дистанцион уҡытыуға күсә башланы.

Уҡыу йылын 1 сентябрҙән беренсе курс студенттары ғына башлағайны. Ҡалғандар 1 ноябрҙән ҡушыласаҡ, тип планлаштырылды. Әммә, эпидемиологик хәл насарайыу сәбәпле, Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеты 1 октябрҙән тулыһынса онлайн-уҡытыуға күсте. Башҡа вуздарҙа сикләүҙәр айырым факультеттарға ғына ҡағылды.
Өфө дәүләт нефть техник университетында әле 4955 студент уҡыуға йөрөй, 6281 уҡыусы дистанцион рәүештә шөғөлләнә. Башҡортостан дәүләт университетының алты факультеты беренсе курс студенттарын ситтән тороп уҡыу форматына күсергән. Башҡортостан дәүләт педагогия университеты элекке режимда эшләй.

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәгғриф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин Башҡортостан вуздары ректорҙары советы ултырышында әйтеүенсә, 1 ноябрҙән юғары уҡыу йорттарының нисек эшләүе төбәктәге эпидемиологик хәлгә бәйле билдәле буласаҡ.

“Башинформ”

Читайте нас: