Уға ярашлы, республикала Хеҙмәт ветераны көнө булдырыла. Уны 18 ғинуарҙа билдәләргә тәҡдим ителә.
«1974 йылда тап ошо көндә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән «Хеҙмәт ветераны» миҙалы булдырылды, – тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Өлкән быуын вәкилдәре ошондай миҙал менән бүләкләү традицияһын яҡшы хәтерләй. Халыҡ хужалығында, фәндә, мәҙәниәттә, мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа, дәүләт учреждениеларында һәм йәмәғәт ойошмаларында күп йылдар намыҫлы эшләгәндәрҙең хеҙмәтен таныу билдәһе итеп иҫтәлекле дата булдырыуҙы дөрөҫ тип иҫәпләйбеҙ. Яңы иҫтәлекле дата төрлө тармаҡ ветерандарын, ғөмүмән, хеҙмәт кешеһен хөрмәтләүгә, хеҙмәт коллективтарында берҙәмлеккә, күсәгилешлелеккә, йәштәргә дөрөҫ тәрбиә биреүгә булышлыҡ итергә тейеш».
Республика Хөкүмәте закон проектының концепцияһын хупланы. Закон ҡабул ителгән осраҡта Хеҙмәт ветераны көнө республикала һигеҙенсе иҫтәлекле көн була. Ундайҙарға, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө ҡарай. Яңыраҡ ҡына Дәүләт Йыйылышы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнөн булдырҙы. Быйыл 13 ноябрҙә ул тәүге тапҡыр билдәләнә.
Иҫтәлекле көндәр ял тип иҫәпләнмәй. Федераль ҡануниәттә билдәләнгән ял көндәренән тыш, республикала өс өҫтәмә ял көнө – Республика көнө, Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан байрамы һаҡлана.