Унда мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашырға тейеш булһа ла, өлкән класс уҡыусыларының да эштәре баҫманың сайтында баҫылып килде һәм ҡаралды. Дөйөм алғанда, конкурсҡа республиканың бик күп райондарынан, Силәбе өлкәһенән 81 эш килеп, баһалама комиссияһы ағзалары тарафынан тикшерелде.
Сараның бағыусыһы – шағирәнең тормош иптәше, Рәсәйҙең почетлы архитекторы Урал Ураҡсин 60 мең күләмендә бүләкләү фонды булдырҙы. Ул етәкселек иткән баһалама комиссияһы ағзалары кескәйҙәр араһында алты урын булдырып, һәр балаға 10-ар мең һум аҡса тапшырырға ҡарар итте.
Баһалама ағзалары – Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, балалар шағирәһе, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты Гүзәл Ситдыҡова, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, коллектив ағзалары, яҙыусылар Миңлегөл Тайсина, Зөбәйҙә Исламова, Гөлнара Мостафина.
Урындар түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын – Зарина Ғәлиева, Туймазы районы Серафимов ауылындағы 3-сө мәктәптең 3-сө класс уҡыусыһы;
2-се урын – Венария Әғәҙуллина, Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы, алты йәш;
2-се урын – Азалия Исхаҡова, Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес моделле китапханаһында “Кәрәҙ” әҙәби түңәрәге тәрбиәләнеүсеһе;
3-сө урын – Дарислам Аҙнабаев, Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы;
3-сө урын – Мәүлит Ласынов, Сибай ҡалаһы, алты йәш;
3-сө урын – Сәмирә Сәмиғуллина, Әлшәй районы, Яңы Ҡыпсаҡ ауылы, биш йәш.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләге Йәнгүзәл Байғужинаға тапшырылды. Уға туғыҙ йәш, Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылынан;
Дәүләкән районы хакимиәте бүләге – Алтынай Мәжитовала, Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 3-сө “В” класы уҡыусыһы;
"Аҡбуҙат" журналының махсус бүләктәренә лайыҡ булдылар:
Зәлинә Фазылова, Силəбе ɵлкəhе Арғаяш районындағы Бəжекəй урта мəктəбенең 5-се “А” класы уҡыусыhы;
Айзилә Батыраева, 5-се класс уҡыусыһы, Миәкә районының Сәфәр мәктәбе;
Динир Әхмәтйәнов, Белорет районы Абҙаҡ урта мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы;
Салауат Мифтахов, ете йәштә. Дүртөйлө ҡалаһының 12-се "Алтынсәс” балалар баҡсаһы;
Әҙилә Ғафарова, Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ мәктәбе уҡыусыһы.
Унан тыш, шағирә Гүзәл Ситдыҡова һәр ҡатнашыусыға үҙ китабын бүләк итә.