Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2020, 13:55

Башҡортостан етәксеһе хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсерергә тәҡдим итте. Был хаҡта ул шишәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

«Ойошма-предприятие етәкселәренә мөмкин булғанса кешеләрҙе ситтән тороп эшләүгә күсерергә тәҡдим итәм. Әлегә ниндәйҙер процент ҡуймайым, әйҙәгеҙ, тәҡдим рәүешендә норма ла ҡабул итәйек. Аҙаҡ ҡарарбыҙ», — тине ул.

Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына коронавирусҡа ҡаршы көрәштә үҙ эшен көсәйтергә кәңәш бирҙе.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуы күҙәтелә. Тәүлек эсендә — 58 кеше.

Быйыл яҙҙан алып республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 9 402 осрағы теркәлгән.

Башинформ.
Читайте нас: