Дим буйҙары
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2020, 16:59

Гүзәл

Оҙон ҡамыштар уратып алған ҡараһыу йәшел күлдәргә оҡшаған күҙҙәре хайран уның. Улар ҡаҡса битенең яртыһын биләп тора һәм бер күреүҙән арбай.

Уларға мауығып, Гүзәлдең артыҡ ябыҡлығына ла, үтә нәфис тиреһенең йәш ваҡыттағы һығылмалылығын бер ни тиклем юғалта, таушала башлағанына ла, күптән ҡыҙыл буяҡ күрмәгән нәҙек ирендәренең саҡ ҡына күкшелләнеп тороуына ла әһәмиәт бирмәйһең. Ул, алдында ятҡан күрәҙәсе Таро кәрттәрен уйсан барлап, башҡа һыймаҫлыҡ сәйер нәмәләр һөйләй. Мин ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйем, шул уҡ ваҡытта эстән генә, туҡтап ҡуя күрмәһен, тип хәүефләнеп йотлоҡҡанмын. Сөнки уның ауыҙынан сыҡҡан һәр хәбәр, хатта төптө уйҙырма булып тойолғаны ла, шундай мауыҡтырғыс яңғырай. Хәйер, беҙҙең арала ул һәр саҡ үҙенең сәйерлеге менән айырылып торҙо. Мәҫәлән, ошоғаса бер кем дә уның ниндәй килемгә йәшәгәнен теүәл генә белмәй. Гүзәлдең бер ҙә аҡсаға йонсоп йөрөгәне лә, шул уҡ ваҡытта торлап ҡына бер урында эшләгәне лә юҡ. Матди донъяға битараф, сәйергә һаналһа ла, ул атаһының Дим микрорайонындағы ғәҙәти өс бүлмәле фатирын, әллә ниндәй ҡатмарлы варианттар табып, Мәскәүҙән егермеутыҙ ғына саҡрым йыраҡлыҡта, урман араһында урынлашҡан, һуңғы йылдарҙа миллионерҙарҙың күҙе төшкән ҡасабала ике бүлмәле фатирға алмаштырып алды. Ун йылға яҡын инде түшәктә ятҡан ауырыу әсәһен башкөллө шунда күсереп алып китте. Әле беҙ йәйҙең иң йылы, иң матур сағында ана шунда, уның аулаҡ төйәгендә ултырабыҙ. Ул бөтә ишектәрҙе һәм тәҙрәләрҙе асып ҡуйған. Үтәнән-үтә иҫкән рәхәт ел ебәк ҡормаларҙы саҡ-саҡ ҡына елберләтеп ала. Фатиры бары уға ғына хас нәзәкәтле зауыҡ менән йыһазландырылған. Хатта көнбағыш сәскәһе төшөрөлгән һары сарафанын да иҙәндәге әле үҙе аяҡ бөкләп ултырған зәңгәр келәмгә төҫ булһын өсөн махсус рәүештә кейгән кеүек. Ул, оҙон нәфис бармаҡтарын оҫта уйнатып, һаман кәрттәрен барлай, уларҙы үҙе генә аңлағанса теҙеп һала, ҡайһы ваҡыт хәбәрен бүлеп, оҙаҡ ҡына текләп ултыра йәки бөтөнләй ҡыҙыҡһыныуын юғалтҡандай иғтибарһыҙ ғына аралаштыра. Ваҡыт-ваҡыт үрелеп, эргәләге йомшаҡ кәнәфиҙә иҙрәп ятҡан бесәйе менән булаша. Баһаһын, үҙен яратыуҙарын, ифрат та ҡәҙерле икәнен белгән бесәй иһә, һыңар күҙен аса биреп, хужабикәһенә ризаһыҙ ҡараш ташлай. — Беҙҙең атай бит ул, — ти Гүзәл, — Атайҙың йәне уға күскән. — Шунан бесәйенең асыуланыуына ҡарамай һаман булышып, көлөп ҡуя. — Кеше үлгәндән һуң, уның йәне нәҫелендә ул мәрхүм булғас тыуған йән эйәһенә күсә. Ә беҙҙең зат-зәүерҙә һуңғы биш йыл эсендә бер сабый ҙа тыуманы. Был бесәй иһә атайҙың йыллығын үткәргән көндө кискеһен беҙҙең өйгә үҙе килеп инде. Мин бит уға тиклем бесәй яратмай торғайным. Бәләкәйҙән уларҙы енем кеүек күрәм. Ә ул минең өсөн иң ҡыйын көндәрҙең береһендә пәйҙә булды. Үҙемде иҫ киткес яңғыҙ һәм көрсөктә тойған сағымда. Аятҡа саҡырылған кешеләр таралышып, һауыт-һабаны йыуып бөтөп, арманһыҙ ултыра инем, ҡурҡыныс итеп ямғыр яуа башланы. Өйҙә бер үҙем. Мөйөштәге диванға йомарланып ятҡанмын да, йәшен ялтлап, күк дөһөрләгән һайын мендәр аҫтына башымды йәшереп, атайымды саҡырам. Әсем янып бара, һис кенә лә сыҙарлыҡ түгел. Ҡайғы баҫыла, тиҙәр, тик уның әсеһе үткәс, түҙгеһеҙ һағыныу һағышы ябырыла. Шул саҡ йылы ғына бер нәмә килеп һыйынды. Йомшаҡ ҡына, йөнтәҫ. Нишләптер тертләмәнем. Күҙемде асып ҡараһам, бәләкәс кенә бесәй балаһы дерелдәп миңә йылышҡан. Үҙе шул тиклем йолҡош, ябыҡ, йонсоу. Уны үҙемә оҡшаттым. Ҡулыма алдым да, һыйпайым тип ҡараһам, йөнө ҡыймылдай. Асып ебәрһәм, шыр бет. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тамсы ла ерәнмәнем, киреһенсә, булмышыма нисектер рәхәт, һил булып китте, тәнемә йылы йүгерҙе. Уны шунда уҡ ваннаға алып инеп, йылы һыуҙа йыуындырҙым. Бесәйҙәр һыу яратмай, тиҙәр. Ә бының йонсоуы шул тиклем үҙәгенә үткән булғандыр, күрәһең, кинәнә генә. Бесәйҙәрҙең йылмайғанын да шунда беренсе тапҡыр күрҙем. Йомшаҡ таҫтамал менән ҡоротоп, әсәйемдең дебет шәленә төрөп һалғайным, күҙемә шул тиклем яратып, аңлап ҡарай ҙа бер туҡтауһыҙ йылмая. Шул көндән алып ул беҙҙең бәләкәй генә ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнде. Ә һиҙгерлегенә һушың китерлек, кәйефем юҡлығын әсәйем абайламай, ул иһә бындай мәлдә эргәмдән китмәй. Ҡыуалаһаң да, маҙаһыҙламайым, тигәндәй ситкәрәк барып ултыра ла, күҙҙәрен минән алмай. Ә күңелем көр саҡта, миңә бөтөнләй иғтибары юҡ. Хатта иркәләгәнемде лә йонсотоу кеүек ҡабул итә. Гүзәл үҙенең ғаилә ҡормауына, балаһыҙлығына шул тиклем битараф. Ә мин ҡарап туймаҫлыҡ һылыу, аҡыллы, эшсән ҡыҙҙың ни өсөн яңғыҙ ҡалыуҙы хуп күреүен аңларға тырышам. Уның бәхетһеҙ мөхәббәт тарихы тураһында бер ваҡыт яҙа-йоҙа ишетеп тә ҡалғайным. Шуға күрә һаҡ ҡына: «Ейән-ейәнсәрҙәр һөйөргә әсәйең дә бик теләр ине», —тип әйтеп ҡуям. Күңелең ятҡан, ғүмер юлын йәнәш атлап, һыйынышып үтерлек кешене табыуы, бәлки, ысынлап та еңел түгелдер. Әммә хәҙерге ваҡытта бик күп ҡатын-ҡыҙ, ирем юҡ, тип баш ҡатырып тормай, үҙенә һөйонөс һәм иптәш булһын өсөн бәпәй табып ала. Шундай бер әхирәтем: «Бәхетте эҙләмәйҙәр, ә табалар», — тип ҡабатларға ярата, «табалар», тигәндә, бәпәйләүҙе күҙ уңында тота булыр. Кәрттәрен барлаған Гүзәл үҙ алдына һөйләнгән кеүек кенә һүҙен башланы:

— Эргәмдә һәр ваҡыт егет-елән күп уралды. — Әйтерең бармы, һиңә бит ҡарап туйып булмай торғайны, — тип ҡыҫтырмай түҙмәйем. — Мәктәптә уҡығанда уҡ малай-шалай сәстән тартып булһа ла иғтибарымды яуларға маташа ине. Ни өсөндөр минең генә ғишыҡ-мишыҡҡа ҡыҙыҡһыныуым булманы. Ҙурая төшкәс, инде яңғыҙ йөрөү оят кеүек күренә башлағас, уныһына, быныһына күҙ һалам, ҡайһы берәүһе хатта оҡшай ҙа кеүек, тик күңелем: «Юҡ, ул түгел», — тип гел кире ҡағып килә. Әйтерһең дә, мин үҙемә яҙған кешене электән беләм. Бары ҡасандыр юғалтҡанмын да миллиондар араһынан шуны танырға, эҙләп табырға маташам. Инде сабырлығын юйып, әсәйем дә: «Ниндәй кешеләрҙе һанға һуҡмаған булаһың, кемде көтәһең?» — тип хафалана башланы. Үҙем дә аптырайым, йәр булырҙайҙары ла бар бит инде, тик ҡайҙандыр беләм: миңә яҙған түгел. Ул көндө ғүмерҙә лә онота алмам. Яҙҙың иң бысраҡ ваҡыты ине. Аҡ булырға тейешле ҡарына тиклем ҡап-кара. Автобустан «Үҙәк баҙар» туҡталышында төшөп ҡалдым. Донъя шундай ҡаҡашып ҡатҡан һом уны бер нисек тә таҙалап алып булырлыҡ түгел. Аҙым һайын Һаҫыҡ асарбаҡтар осрай, хәйерселәр тора, иҫеректәр аудап ята. Аяҡ аҫтына баҫыр ер юҡ. Хатта күк тә зәңгәр түгел. Унда ла бысраҡ сепрәк йыртыҡтары кеүек киҫәккиҫәк болоттар өҙөк-йолҡоҡ булып осоп йөрөй. Хәйер, Күңелемдә лә шул уҡ хәл. Шундай халәттә баҙар алдынан үтеп киттем. Мөйөштә ҙур йорт тора бит. Шуның эргәһенән боролайым ғына тигәйнем, донъяға көтмәгәндә балҡыш яғылды. Бер яғым әле күләгәлә, теге бысраҡ яҡта. Ә икенсеһе Менән, әйтерһең дә, алдан билдәләнгән бер һыҙыҡты теттем. Башымды аҫҡа эйеп китеп бара инем. Әле ҡалҡытып та ҡараманым, әммә күрәм: уң яҡтараҡ, йүкә ағасы төбөнән нур урғыла. Күҙемдең ҡырыйы менән Һирпелеп кенә баҡтым шулай ҙа. Ысынлап та тора һәм Минең яҡынлашыуымды көтә. Шул саҡ хәтеремдә ниҙер ялтлап китте: беләм, ул хәҙер яныма килә лә: «Унынсы” трамвайҙың туҡталышы ҡайҙа?»—тип һорай. Һораманы. Тороп ҡалды. Ә мин урамдың теге яғына сығыр өсөн Йәшел ут янғанды көтөп торам. Ә нур эркелә. Бына, ниһайәт: «Унынсы трамвайҙың туҡталышы ҡайҙа? Әйтә алмаҫһығыҙмы?» — тигән шундай таныш, ғәзиз тауыш Яңғыраны. Шундай таныш, хатта эҫеле-һыуыҡлы булып Ниттем. Мин үҙемдең яуабымды ла белә инем. Хәйер, ул да белә ине. Һәм минең яуабым, әйтерһең дә, пароль. Ул бер-беребеҙҙе таныу өсөн генә кәрәк. Йөрәгемдең дарҫлап тибеүенән, башыма ҡан һикереүҙән, тулҡынланыуҙан һәм ҡыуаныстан мин хатта уның йөҙөн йүнләп күрмәнем дә. Иң мөһиме, был ул ине. Был юлы ул ниндәй ҡиәфәттә ебәрелгән, исеме кем, ниндәй милләттән, хатта нисә йәштә — былар барыһы ла әһәмиәтһеҙ. Иң мөһиме — Мин уны таптым. Яңы ғына шыҡһыҙлыҡтан шаҡрайтып ҡатырырлыҡ донъя ҡапыл ҡотайҙы. Күктең зәңгәрлегенән моң ағылды. Быны мин, ул ғына түгел, эргә-тирәлә мыжғып йөрөгән кешеләр ҙә тойҙо. Уға яуап биргән саҡта ҡарашым шул тиклем сәйер тойолғандыр, моғайын, ә, бәлки, юҡтыр ҙа... Сөнки ул үҙе лә бына-бына ҡанатланып осоп китер кеүек ине. Мин уға унынсы трамвайҙың ҡайһы ерҙә туҡтағанын күрһәттем. Уға саҡ ҡына атлап бараһы ла, ултырып та китәһе... Ә мин үҙ юлымда булдым. Уны ҡабат нисек табырмын һуң, тигән уй башыма ла инеп сыҡманы. Был мәлдә уның ысынлап та был донъяла бар икәнен, хатта Өфөлә йөрөп ятыуын, уйҙырма ла, хыял да түгел икәнен белеү иң мөһиме ине. Ул, ниһайәт, ташты ла иретерлек итеп яратып ҡараған ҡуңыр күҙле, асҡаҡ аҡ йөҙлө, сандыр кәүҙәле — матди кәүҙәләнеш алған йән эйәһе. Ул, ысынлап та, был Ер йөҙөндә бар! Ошо мөғжизә түгелме ни? Күҙ алдыңа килтер. Ғаләм икһеҙ-сикһеҙ. Әҙәмдең аҡылы ғына түгел, уйы менән хыялы ла етмәҫлек. Ваҡыттың да иге-сиге юҡ. һәм бербереһенә тәғәйенләнгән кешеләр — беҙ икебеҙ — йыһандағы планеталар араһында бары тик Ерҙә, Ерҙәге бихисап ҡалаларҙың береһе Өфөлә, Өфөнөң бихисап урамдарының тап ошо ерендә осрашабыҙ. Бында бер ниндәй ҙә осраҡлыҡ юҡ. Бында миллиардтан бер генә мөмкинлек бар ине, һәм беҙ табыштыҡ. Күҙ алдына килтерә алаһыңмы? Шул саҡ ул артымдан ҡыуып етте:

— Туҡтағыҙ, — ти ул. — Мин унынсы трамвайҙың ҡайҙа туҡтағанын беләм. Ә мин уның тап ошо һүҙҙәрҙе әйтергә тейеш икәнен белгәнмен дә, шуға ла бәхетемдән осоп китмәй, йәки уны ҡабат юғалтыуҙан ҡотом осмай, тыныс ҡына китеп барам икән. Уның күҙҙәрендә ашҡыныу ҙа, аяныс та бар. Ул үҙенең тағы, бәлки, йөҙөнсө йә меңенсе тапҡыр яңылышыуынан, минең ул көткән, ул эҙләгән, күңеле сарсаған кеше булмай ҡуйыуымдан ҡурҡа. Ә мин үҙемдең тап шул, ул көткән кеше икәнемде беләм. Шуға тыныс, хатта шаянмын.

— Ә мин һеҙҙең белгәнегеҙҙе беләм, — тип көләм. Шул уҡ ваҡытта ул минең тап ул эҙләгән кеше булып, осратҡас та юғалтып ҡуйыу ихтималынан да ҡурҡа. Ә миңә уның борсолған күҙҙәренә ҡарап тороу шул тиклем ҡыуаныс һәм әйтеп биргеһеҙ рәхәт. Минең балҡышымдан ул да тоҡана.

— Ә мин минең белгәнемде белгәнегеҙҙе беләм, — тине ул.

Икебеҙгә лә ҡыҙыҡ. Ҡыҙыҡ та, рәхәт тә. Уның миңә ҡағылын ҡарағыһы килә. Шул саҡта бөтөн күҙәнәктәре мине таныр һәм инде был мине тапҡанына кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил булыр. Ҡарашынан шуларҙы уҡыйым. Миңә ҡулын һуҙған арала тартылған кереш кеүек көсөргәнештән булмышым зыңғырлап китә. Төнө буйы туңып сыҡҡандан Һуң зарыҡтырып ҡалҡҡан ҡояштың тәүге нурын көтөп алған үлән ҡыяғы кеүекмен. Артабан беҙ башыбыҙ һуҡҡан яҡҡа бергә киттек. Ни тиклем генә бәхетле булһам да, тойҙом: ҡулдарыбыҙ етәкләшкән мәлдә ҡотолғоһоҙлоҡтоң тимер бығауҙары икебеҙҙе бергә шартлатып ҡоршаны. Тойҙом, тик хатта шомланманым да. Эйе, икебеҙ ҙә тойҙоҡ: бындай бәхет һәм бындай яратыу Ерҙә мөмкин түгел. Осрашҡандан һуң башҡаса айырылышманыҡ. Ниндәйҙер хәүеф һағалағанын һиҙгән өсөн мөмкин булғанда ла, хатта булмағанда ла бергә булырға тырыша, тырыша ғына түгел, атлыға инек. Шулай ҙа хәүефте мин алданыраҡ шәйләнем. Беҙҙе ниндәйҙер ҡойон уртаһына йәки сөңгөлгә һөйрәтеп инеп барған дәһшәтле көстөң һулышын һиҙҙем. Тап ошо көс беҙҙе бер-беребеҙгә этәрә һәм, етәкләшеүебеҙ була, яңынан үҙенең ҡара упҡынына һура башлай. Ниндәйҙер ҡөҙрәт аңғартты: бергә булһаҡ, беҙҙе һәләкәт көтә. Ҡушылһаҡ, ул ҡотолғоһоҙға әйләнәсәк. Ә беҙ ЗАГС-ҡа ғариза биргәнбеҙ. Никах балдаҡтары, туй күлдәге алынған. Атай-әсәйҙәребеҙ мәж килеп туйға әҙерләнә. Ә мин ҡара көйөп был һәләкәттән ҡотолоу юлын эҙләйем. Ниһайәт, таптым шикелле. Тойҙом. Бөтәһенән дә ҡасып Мәскәүгә киттем. Ни өсөн Мәскәүгә икәнен Тәүҙә үҙем дә аңламаным. Унда бер кемем дә юҡ ине бит. Вокзалдан туп-тура ҡала ҡыҙырырға сығып киттем. Әйберемде һаҡлау камераһында ҡалдырҙым да. Башым һуҡҡан яҡҡа, аяҡтарым ҡайҙа илтә, шунда йүнәлдем. Беренсе осраған медицина институтының ишеге алдына килеп баҫҡас, хатта аптыраманым да. Сөнки мине күптән үк бында тарта ине. Минең һәр саҡ тап Мәскәүҙә һәм тап медицина институтында уҡығым килде. Әсәйемдең эргәһенән ебәргеһе килмәгәс, үҙебеҙҙәге мединститутҡа барырға уйлағайным. Аҡсаһыҙ тығылып та маташмағыҙ, тип күңелемде кире һүргәстәре, биология факультетына индем. Бәлки, мине әле ана шул хыялым ғына алып килгәндер, тип уйлап, өҫкә күтәрелдем. Ни өсөндөр баҫҡыстары яҡшы таныш ине — гүйә, мин уларҙан меңәр тапҡыр менеп-төшөп йөрөгәнмен. Өҫкә күтәрелдем. Өсөнсө ҡаттағы бер бүлмә алдына туҡтаным. Ишеккә «институт музейы» тип яҙылғайны. Асыҡ. Индем. Аяҡтарым туптура бер ҙурайтылған фотография ҡаршыһына илтеп баҫтырҙы. Үҙемде мин шунда уҡ таптым. Ә ул, ауыҙын ҡолағына тиклем йырып, артымда ғына баҫып тора. Фотография аҫтына: «1935 йылғы был сығарылыштан бер генә кеше лә тере ҡалманы. Барыһы ла Сталин лагерҙарында йәки Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булды», — тип яҙылғайны. Музей хеҙмәткәре, экспонаттарҙың үҙҙәре кеүек үк өлкән ҡатын фотолағы «мин»ең яҙмышымды белә ине. Бына нимә һөйләне ул миңә. Беҙ «уның» менән бер төркөмдә уҡығанбыҙ. Дүртенсе курста саҡта өйләнешкәнбеҙ. Беҙҙең мөхәббәт хаҡында легендалар йөрөгән. Уға иҫ киткес талантлы хирург яҙмышы юрағандар. Бәхетебеҙгә хатта көнләшеүсе лә булмаған, сөнки беҙҙең мөнәсәбәттәр шул тиклем камил булған. Әммә 1936 йылда уны ҡулға алғандар. Күп тә үтмәй, мине лә. Бер төнгө допрос ваҡытында ул язаларҙы күтәрә алмайынса үлгән. Таңында мине лә камералағы һәндерәмдә үле килеш тапҡандар. Ни өсөндөр минең тәнем дә уныҡы кеүек үк күм-күк булған. Әйтерһең дә, уны типкеләгән итектәр мине лә изғылаған. Музей хеҙмәткәре һөйләй, ә минең иҫемә төшә. Барса бәхет һәм һәммә ғазаптар. Шул саҡ мин үҙемдең ни өсөн шул тиклем совет власын һөйһөнмәгәнемде аңланым, һөйһөнмәү генә түгел, нәфрәтемде. Ә бит, ҡарап торһаң, быға бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ. Әсәйем дә, атайым да ялҡынлы комсомол йәшлеге үткәргән. Атайым — партия ағзаһы. Олатай-өләсәйемдәр ҙә был режимдан артыҡ зыян күрмәгән: Себер ҡыуылмаған, төрмәлә ултырмаған. Ә миндә бәләкәйҙән үк, хатта октябрят сағымдан сәбәпһеҙ бер екһенеү бар ине. Мин тәүҙә бының сәбәбен мәктәпте яратмауымдан күрҙем. Ә бит отҡор ғына бала инем. Әлифбаны беренсе класҡа төшкәнсе үк үткәйнем. Ғөмүмән, уҡырға ярата инем. Ә бына мәктәптән тыш сараларҙан, «бисмилла» нан өрккән шайтан кеүек тайшандым. Ярай әле мин үҫеп еткәнсе партияның йоғонтоһо бөттө. Юғиһә был ҡараштарым йүнлегә килтермәҫ ине. Әле иһә ошо нәфрәттең инешен таптым: үткән тормошомдоң әрне ҙәре, төрмә ғазаптары, мәңгелектән һарҡып сығып, кескәй булмышымды ағыулаған. Ул көндө мәңгелек йәнем аяғымды Мәскәү буйлап бик оҙаҡ йөрөттө. Элек йәшәгән өйөбөҙҙө барып таптым. Ни мөғжизә менәндер, ул тороп ҡалған. Тәүге тапҡыр үбешкән ағасыбыҙ төбөндә баҫып торҙом. Йәнем ғазаптан үрһәләнде. Шул тиклем бер-беребеҙгә атлыҡҡас, һәм ашығып, баҫтырышып ергә тыуғас, — һуңғы үлем менән тыуым араһында бары утыҙ йыл тирәһе — Тимәк, беҙ мәңгелек донъяла ни сәбәптәндер ҡауыша алмайбыҙ. Бәлки, бер-беребеҙгә самаһыҙ тартылыуыбыҙ гонаһтыр, шуның язаһын алыу өсөн ҡабат-ҡабат ебәреләбеҙҙер? Шуларҙы аңлай алмай баш ваттым, һәм ул сер бына-бына асылыр кеүек тойолдо. Таңға табан Мәскәү йылғаһы буйына килеп сыҡтым. Аяғымда баҫып торор хәлем ҡалмағайны. Бер эскәмйәлә йоҡомһорап киткәнмен. Шунда бер сәйер халәткә юлыҡтым. Төш тә кеүек, әммә ғәҙәти төш түгел. Хәтер йомғағым тағатыла ла бығаса йәшәгән ғүмерҙәрем күҙ алдымдан үтә. Үҙемдең гөл, уның ысыҡ сағын, үҙемдең ҡом, уның диңгеҙ мәлен, иҫәпһеҙ-һанһыҙ табыу-юғалтыуҙарҙы сырамыттым. Тән бары ҡап, йәнгә ваҡытлы йорт икәнен тойҙом. Йәндәребеҙ һәр саҡ йәнәш, ерҙәге арауыҡ улар өсөн һис ҡаршылыҡ түгел. Шул саҡ ҡарар иттем. Кемдер шыбырланы ҡолағыма: әллә бөтә серҙәргә шаһит ай, әллә йондоҙло күктең көмбәҙе, бәлки, эргәлә генә ағып ятҡан йылғалыр. Төндәребеҙҙең ҡауышыуынан тик бер генә тапҡыр ваз кисә алһаҡ, тәҡдиребеҙҙе отасаҡбыҙ. Ниңә шулай тигән кәңәш булды? Бәлки, быға тиклем кисергән ғазаптарыбыҙ ҡасандыр бер ҡылған гонаһ өсөн яза булғандыр ҙа, ҡорбан туҫтағыбыҙ мөлдөрәмә тулғас, әшкәрткәндер мине бөйөк аҡыл, ни рәүешле индерергә яңы төҙәтмәләрҙе иҫке яҙмаларға? Мин ышандым ошо әшкәртеүгә. Шуға күрә һөйгәнемдән ҡасып киттем. Унан йәшерендем. Мәңгелек ҡауышыу хаҡына бер ҡыҫҡа ғына ғүмерҙе ҡорбанға килтереү һис йәл түгел. Ә ул билдәһеҙлектән ғазапланмаһын өсөн, башҡаны яраттым, тип алдазтым. Әлбиттә, ул быға ышанманы, әммә ҡарарыма буйһонорға мәжбүр булды. Гүзәл һөйләй, ә минең ҡолағыма шиғыр ишетелә.

— Таш төрмәнең йәнәш камераларында ғүмерлеккә бикләп ҡуйылған ике тотҡон кеүек йәндәребеҙ. Төрмә — минең тәнем, йоҙаҡ — ихтыярым, рәхимһеҙ һаҡсылар — аҡылым. Ҡауышыу көҫәп, һөйгәне артынан атлыҡҡан йәнем әлеге яҙмышым менән булмышымдан биҙгән. Мөмкин булһа, ул мине күптән ташлап ҡасыр ине лә, ирек бирмәйем. Яҙмышта яҙылған бөтөн әрнеүҙәрҙе кисереп бөтөргә тейешлемен. Ихтыярым — бығау, аҡылым уяу һәм рәхимһеҙ һаҡсы, әммә улар төштәремә хужа була алмай. Хатта ҡайһы ваҡыт миңә ысын тормошом төшөмә күскән кеүек күренә. Һағыныуымды уны төшөмдә күреп ҡандырам. — Әлбиттә, мине, диуана, аҡылдан шашҡан, тип уйларға мөмкин, — ти Гүзәл, ҡарағусҡылланып, тонйорап киткән күҙҙәрен миңә төбәп. Байтаҡ өндәшмәй. Ҡулындағы күрәҙәсе таро кәрттәрен елпеүес кеүек итеп өҫтәлгә йәйеп һала. Тағы ҡулына ала. Уның оҙон, нәфис бармаҡлы матур ҡулдарының нәзәкәтле хәрәкәттәрен күҙәтеп ултырыу аңлатып бирмәҫлек рәхәтлек бирә. — Мин унан сәйер сәләмдәр алам. Ошо матди донъяла ла. Былтыр тыуған көнөм алдынан ете төн уртаһында уяндым. Мейемдә өйрөлгән һүҙҙәр теҙмәһе тынғы бирмәгәнгә. Ҡағыҙ менән ҡәләм алып яҙа башланым. Яҙғандарым хатта һүҙ ҙә түгел, тик хәрефтәр генә. Ул хәрефтәрҙе аҙаҡтан һүҙҙәргә, һөйләмдәргә саҡ айырып алдым. Ниһайәт, таңға табан уларҙың сәйер, шиғырға бик оҡшап та етмәгән бер ижад емеше икәнен күрҙем. Был минең ижадым түгел икәне ап-асыҡ, сөнки ундағы образдар минеке түгел. Ғөмүмән, бәләкәйҙән хәбәргә оҫтамын, әммә яҙма телмәрем үҫешмәгән. Дөрөҫ, тәүҙә, әллә ысынлап та шағирлыҡ һәләте асылдымы, тип өмөтләнгәйнем. Яҙалар бит: кеше йәшәй-йәшәй ҙә ҡапыл унан шиғыр урғыла башлай... Әммә минең «шағирлыҡ» бер емеш менән сикләнде. Иң сәйере, ярты йылдан ҡулыма бығаса тотоп та ҡарамаған, хатта барлығын да белмәгән бер журнал килеп эләкте. Мәрәкә өсөн генә аҡтара башлағайным, унан үҙемдең көндәлегемә яҙылған юлдарҙы уҡыным. Тотош. Бер һүҙе лә үҙгәртелмәгән. Ул журналды килтереп сығара һәм көндәлеген алып килә.

— Күрәһеңме. Авторҙың ул икәненә иманым камил. Ә был, тимәк, уның псевдонимы булып сыға. Тик был уның да берҙән-бер әҫәрелер, тип уйлайым, һағыныу ғазабы менән түләп, йыһандан ялбарып алған аңлатма. Кем һин йәрем ? Сикһеҙ был йыһанЪыц башынан осона елә сабып мин юллайым һине. Ҡара галәм һипкелендә — ят йондоҙҙа — килеп таптым бер саҡ. Ьин бер сәскә инең бәжеп барган. Йәйгорло таңдың ҡәтрәһе — ысыҡ — мин тажыңа тамдым — киттең балҡып. Шул күҙ асып йомган миҙгел ине беҙгә яҙган бәхет. Ниндәй миҙгел I Уны татыу өсөн миллионынсы ҡабат 'Әжәл күҙҙәренә еңмешләнеп, тызрайып ҡарарга мин ризамын. Тик гәрәсәт йәнә ала һине минән йолҡоп. Яҙмыш мәрхәмәтле: Йоҙроҡ хәтлем Ерҙә яралам да, Әйләнәм дә һине килеп табам. Бар донъяның уты сарыф була мәллә мөхәббәттең һинең менән мине бер йән иткән һөйөү тигән мөгжизәле ялҡынынан ? Юҡһа ниңә гүмерһеҙ һуң беҙҙең бәхет ? Исемеңде соҡоп яҙҙым төрмә диуарына һуңгы тапҡыр беҙҙе айырганда йыһан ҡоло йәлләт. Хуш бул, йәнем! Мин табырмын һине Миллионынсы ҡабат. Кем һин, йәрем? Яҙмышыбыҙ утлы бер дүңгәләк, ҡауышыу-югалтыу ҡуласаһы. Мин табам, ә тәҡдир йолҡоп ала, йәнә быраҡтыра — шулай мәңге. Ҡәһәрләнгән йәндәр — ниндәй хата өсөн беҙ түләйбеҙ ? Бәлки, ундай бәхет ярамайҙыр ? Бәлки, ул тыйылган бер ләззәттер, Ә беҙ сөңгөлөнә сумабыҙ ҙа югалабыҙ... Мәңгелектә йәнә ҡауышырга, баҡыйлыҡта тагы осрашырга. Был галәмдә? Бәлки, тегеһендә? Ни айырма ?! Мин һәм һин барында Бары мөхәббәткә тогро йәндәр. Кем һин, йәрем ? Сабый йоҙроголай гына ошо Ерҙә Аҙашмаҡсы булдың. Яҙмыш түгел, һинең ихтыярың Мине һинән үҙе йолҡоп алды. Ьин тәҡдирҙе шулай еңмәксеһең. Дүңгәләкте шулай өҙмәксеһең. Әжәлдән башҡараҡ яҙмышты һин Ьөйөү түләп һатып алмаҡсыһың ? Кем һин, йәрем? Атлыга ла йәнем һинең янга, Быялага бәрелеп ҡанһыраган аҡ күгәрсен кеүек тәнемә ҡайта. Йәрем, йәнем... һин ҡайҙа — мин барыбер шундамын. «һин ҡайҙа —мин барыбер шундамын». Күрәһеңме? Мин йәшәйем икән, ул да тере. Минең өсөн иң мөһиме — ошо. Бәлки, шулай беҙ яҙмыштың башҡа бер биҙәген туҡырбыҙ ҙа, фажиғәнән бәхет хасил булыр. Мин шуға ышанам.

— Ошолайтып ғазап эсендә йәшәгәнсе, бәхеткә йотолоп яныу яҡшыраҡ түгелме ни? — тип тауыш бирә күрше бүлмәнән көндәренең яй, һүрән, һоро ағышынан, төҫһөҙлөгөнән, ризыҡтың татһыҙлығынан йонсоған ауырыу әсәһе. Гүзәл өндәшмәй. Ул тамаҡ аҫтын рәхәт итеп тырнауға кинәнеп мырлаған бесәйе менән мәшғүл. «Атаҡай»ҙың үткән айҙа күрше бесәйҙәре менән һуғышып ҡойроғон һындырып ҡайтҡаны тураһында һөйләргә тотона. Нисек итеп Мәскәү буйлап ветеринар-хирург эҙләп йөрөгән дә, тегеһе ҡанһыҙ бәндә булып сыҡҡан, бесәйҙе мәңгелеккә йоҡлатырға тәҡдим иткән.

— Ярай әле травмпунктта эшләгән әҙәм табиптары миһырбанлыраҡ булып сыҡты. Гипсты улар һалды, — ти ул. Тауышында бер ниндәй ҙә болоҡһоу юҡ, ул тыныс, саҡ ҡына моңһоуыраҡ, бары шул ғына. Бына ул уйсан күҙҙәрен күкрәп сәскә атып кинәнгән йәйле тышҡа төбәп шымды. Ә минең уға ышанғым килә. Күкрәктәге йөрәк, күҙҙәге йәш атылып сығырҙай булып теләйем быны. Уның хыялдарына, тойғоларына, һиҙемләүҙәренә ышанғым килә. Уның янында тормош бөтөнләй бүтән ҡиәфәттә. Тәҙрә төбөндә ҡыҙын ташлап киткеһе килмәгәнгә йәнен бесәйгә ҡундырған атаһы йәйге һауала кәйелгән ҡарлуғас балаларының сырылдашып осҡанын күҙәтә.

— Ямғыр яуыр, ахыры, — ти Гүзәл, күктә ҡулъяулыҡ ҡәҙәрле лә болот булмауға ҡарамаҫтан. — Ҡарлуғастар түбән оса башланы. Ысынлап та, ярты сәғәт үтмәй, елләп килгән ҡара болот эҫегә йонсоп ятҡан ерҙе йомарт һуғарып, һауаны сафландырып китте. Тын алыуы иркенәйеп, тирә-яҡ таҙарынып китеүҙән рухланып, тормоштоң гүзәллегенә инанам һәм мәңгелек ҡауышыу хаҡына айырылышыу ғазабын ҡурҡыуһыҙ һемерергә риза булған гүзәл Гүзәлдең хәҙер үк, ошо ерҙә, ошо ғүмерҙә бәхетле һәм мөхәббәтле булыуын ялбарам. Бына әле лә. Һуңғы нөктәмде ҡуйыр алдынан төнгө ғаләмдең мең һипкелле һылыу һәм серле йөҙөнә төбәләм дә: «Ҡауышырға бер сара табығыҙ, ғашиҡ йәндәр. Зинһар өсөн, таба күрегеҙ бер әмәлде!»—тип һығынам.

Гөлсирә Ғиззәтуллина.

Читайте нас в