Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2020, 16:52

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте буласаҡ инженерҙарға бүләк яһаны

Өфөләге Советтар Союзы Геройы Матвея Пинского исемендәге 83-сө Инженерҙар лицейында яңы компьютер класы асылды.

Теүәлерәге, яңыртылған – бинаға ремонт яһалған һәм информатика дәрестәре үткәреү өсөн кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған. Лицейға «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте хәйриә ярҙамы күрһәткән.

Яңыртылған кабинетты асҡанда символик ҡыҙыл таҫманы «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Асҡар Әминев, Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Александр Могучев, Өфөнөң ҡала округы Орджоникидзе районы администрацияһының гуманитар мәсьәләләр һәм белем биреү идараһы башлығы Юлия Мостафина киҫте.

Предприятие аҡсаһына кәрәкле программа менән тәьмин ителгән 16 заманса компьютер, шулай уҡ уңайлы һәм эргономиялы йыһаздар һатып алынды һәм урынлаштырылды. "Дәрестәрҙе үткәреү өсөн уңайлы шарттар һәм яңы компьютер техникаһы уҡыусыларға техник вуздарҙа белем алыу өсөн - коммуникацион технологияларҙы яҡшыраҡ үҙләштерергә һәм киләсәктә нефть үткәргес тармағы белгестәре сафын тулыландырырға ярҙам итәсәк", – тип билдәләп үтте лицей директоры Алла Цыбина.

"Транснефть – Урал" акционерҙар йәмғиәте элек тә лицейға матди базаны нығытыуҙа ярҙам иткән. Предприятие аҡсаһына физика буйынса лаборатор дәрестәр өсөн йыйылмалар һәм актуаль мәғлүмәтте, шулай уҡ лицейҙың дәрестәр расписаниеһын һәм яңылыҡтарҙы трансляциялаусы интерактив экрандар һатып алынған.

83-се лицей Өфө ҡалаһында 1957 йылда асыла. 2003 йылдан ул Өфө дәүләт нефть техник университеты патронаты аҫтында эшләй, уның менән «Транснефть – Урал» йәмғиәте белгестәр әҙерләү өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Лицейҙа тәрбиәләнеүселәр бер нисә йүнәлеш буйынса (физика-математика, химия-математика, мәғлүмәти-технологик, инженер-иҡтисад) белем ала, шунан һуң техник юғары уҡыу йорттарында уҡыуҙарын дауам итәләр.

Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.

Читайте нас: