Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Октябрь 2020, 13:46

"Ырғыҙ" романы яңынан донъя күрҙе

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенә һөйөнөслө хәбәр: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле тип иғлан ителгән йылда Һәҙиә Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романы донъя күрҙе!

Рус яҙыусыһы Леонид Соболевтың "Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романын белмәй тороп, башҡорт халҡының тормошон аңлау һис мөмкин түгел" тигән ҡанатлы һүҙҙәрен иҫләйһегеҙҙер, дуҫтар. Әҙибәнең ижадын өйрәнеүселәр уның иҫтәлектәрендә лә шундай һүҙҙәр барлығын иҫбатлай: "Мине яҡшыраҡ белгегеҙ килһә, "Ырғыҙ"ҙы уҡығыҙ. Минең бөтә йәнем, саф йөрәгем шул романда" тип яҙған ул.

Шәхес культы, тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарттарҙа ул башҡорт әҙәбиәтендә иң яҡшы ҡаҙаныштарыбыҙҙың береһе тип баһаланырҙай аҫыл әҫәр — «Ырғыҙ» романын тамамлай һәм шуның менән ил алдында оло ихтирам яулай. Һәҙиә Дәүләтшина шәхесе һәм таланты башҡорт донъяһында Аҡмулла, Бабич, Мөхәмәтша Буранғолов һымаҡ фажиғәле яҙмышҡа дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм бөйөк шәхестәр менән бер рәттә тора.

Киң билдәле әҫәрҙәре: «Ырғыҙ» (1942—1952 йй.), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Мораҙым» .

Читайте нас: