Дим буйҙары
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2020, 19:44

Балаларға һатыу тыйыласаҡ

Яҡын арала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан балаларға энергетик эсемлектәр һатыуҙы тыйған закон ғәмәлгә инергә тейеш.

“Энергетик”тар мәктәптәрҙә, дауаханаларҙа, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәрендә лә һатыуҙа булырға тейеш түгел.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, закон проекты эш барышында бер нисә тапҡыр үҙгәртелә – тап энергетик эсемлектәр аңлатмаһы аҫтында ниндәй төр эсемлектең булыуы асыҡлана. Был исемлеккә кофе һәм сәй экстракттары нигеҙендә эшләнгән эсемлектәр инмәй.
Закон проекты йәш быуындың һаулығын нығытыуға йүнәлтелгән. Статистика буйынса, “энергетик”тарҙы күпләп үҫмерҙәр һатып ала, улар был эсемлекте ҡулланыу буйынса тәүлек дозаһын да йыш арттыралар.
Был төр эсемлектәр тәү сиратта йөрәк-ҡан тамырҙарына зыян килтерә, бынан тыш, балалар күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, уларҙа бәйләнгәнлек арта, психик ауырыуҙар барлыҡҡа килә.
Энергетик эсемлектәрҙе ҡулға төшөрөргә теләгән балалар административ хоҡуҡ боҙоусылар рәтенә инәсәк.
Фото: medikforum.ru
https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас: