Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2020, 16:45

Башҡортостан Башлығы грантына конкурс

Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды быйыл 30 октябрҙә республика Башлығының Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына ғаризалар ҡабул ителә башланасағы хаҡында белдерҙе.

Конкурста Башҡортостандың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары, дәүләт һәм муниципаль бюджет учреждениелары ҡатнаша ала. Шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә эшләп килгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа Башҡортостан Республикаһынан ситтә башҡорт телен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған проекттарын тәҡдим итә ала.

Конкурста ҡатнашыусыларға ҡарата талаптар, грантты биреү шарттары һәм тәртибе, тәҡдим ителгән проекттарҙың тематикаһы менән grant.openrepublic.ru сайтының “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Конкурста еңгән проекттарҙы финанслау күләме 50 миллион һум тәшкил итә.

- 2020 йылда тел ғилемен һанлаштырыу, балалар араһында тел мөхите булдырыу, туған телдәрҙе үҫтереү буйынса мәҙәни, мәғрифәти һәм фәнни технологиялар булдырыуға йүнәлтелгән проекттар өҫтөнлөк итһә, быйыл беҙ туған телде милли анимация студиялары аша өйрәтеүҙе, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн милли телдәрҙә компьютер уйындары, социаль селтәрҙәрҙә йәштәр һәм үҫмерҙәр өсөн этник контент булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған проекттарҙы күрергә теләйбеҙ. Шулай уҡ халыҡтың мәҙәниәтенә, туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятырлыҡ туристик проекттар ҙа – матур йүнәлеш, - тине Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люция Юлыева.

Ғаризалар 2020 йылдың 18 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Уларҙы grant.openrepublic.ru сайтының “Конкурстар” бүлегендә электрон төрҙә тапшырырға.

https://ataysal.rbsmi.ru

Читайте нас в