Кәңәшмә башында төбәк Башлығы эштең төп йүнәлештәрен һәм яҡын киләсәккә бурыстарҙы билдәләне. Мәғлүм булыуынса, кисә оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте структураһындағы үҙгәрештәр менән таныштырғайны. Стратегик ҡараш күҙлегенән, яңы Хөкүмәт, республика Башлығы әйтеүенсә, үҫеш Хөкүмәте булып ҡалырға һәм коронавирус шарттарында ла тырышлыҡты төп үҫеш йүнәлештәренә тупларға тейеш.
– Иң элек был йүнәлештәргә иҡтисад һәм инвестиция йәлеп итеү ҡарай. Ошо йәһәттән билдәле уңыштарыбыҙ бар. Әммә башланған эште туҡтатырға ярамай, иҡтисад өҙлөкһөҙ эшләргә тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Өсөнсө өҫтөнлөклө бурыс – милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, айырыуса халыҡтың тормошон яҡшыртыу йәһәтенән. Рәсәй Президенты милли проекттар тураһындағы указына үҙгәрештәр индерҙе. Улар республика Хөкүмәтенең эшендә лә сағыш табырға тейеш. Радий Хәбиров мөһим йүнәлештәр иҫәбенә шулай уҡ ҡала-ауылдарҙы төҙөкләндереүҙе лә индерҙе.
Республика Башлығы Хөкүмәт етәкселеген, министрлыҡ һәм ведомстволар коллективтарын эшмәкәрлекте асыҡлыҡ һәм ҡарарҙарҙы уйлап ҡабул итеү принцибы нигеҙендә ҡорорға саҡырҙы.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың социаль-иҡтисади үҫешендәге стратегик йүнәлештәр тураһында һөйләне. Радий Хәбиров иҡтисадтағы ғәмәлдәге хәлде иҫәпкә алып, төбәк үҫешендәге стратегик күрһәткестәргә төҙәтмәләр индерергә ҡушты. Шул уҡ ваҡытта йылдам үҫкән тармаҡтарҙа ҡайһы бер күрһәткестәрҙең арттырылыуы ла ихтимал.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары тураһында сығыш яһаны.
"Быйыл төбәк проектын ғәмәлгә ашырыуға 30,7 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала, шуның 19,6 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан", – тине ул.
– Федераль финанслау күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Республикаға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға килгән федераль аҡса һәр объектҡа барып етергә тейеш. Быға ҡәтғи контроль булдырыу шарт, – тине Радий Хәбиров.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов үҙ сығышында инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса тәү сираттағы бурыстарға туҡталды.