Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Октябрь 2020, 21:06

Рәсәйҙең абруйлы туристик премияһына лайыҡ ҡалалары иҫәбенә Өфө инерме?

Tvil.ru сервисын ҡулланыусылар фекере буйынса, Өфө Рәсәйҙең World Travel Awards абруйлы туристик премияһына лайыҡ булырлыҡ ун ҡалаһы иҫәбенә инде.

Һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, туристарҙың күпселеге (40, 26%) абруйлы премияны Санкт-Петербургҡа бирер ине. Икенсе урында – Ялта, 13, 64 %. «Бронза»ны Краснодар крайындағы йыл әйләнәһенә эшләгән Сочи курорты алды – 11, 04 %. Шулай уҡ социаль селтәрҙәр ҡулланыусылары Ҡазан (10,39 %), Севастополь (9,74%), Калининград (7,14 %), Мәскәү (3,25 %), Геленджик (3,25 %), Владивосток (0,65 %) һәм Өфө (0,65 %) өсөн тауыш бирҙе.
Әле World Travel Awards сайтында премия конкурсының финал этабында тауыш биреү бара. Ул 25 октябргә хәтлем дауам итә. Һөҙөмтәләр 27 ноябрҙә онлайн-бүләкләүҙә билдәле була.
Читайте нас: