Дим буйҙары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Октябрь 2020, 23:55

Хәл көсөргәнешле була бара

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы буйынса һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Аҙаҡҡы тәүлектә сирҙе 73 кешенең йоҡторғаны асыҡланған.

Шулай итеп, пандемия башланғандан алып 9 609 кешегә ошо диагноз ҡуйылды.

Тәүлек эсендә 56 ауырыу һауыҡҡан. Стационарҙарҙа - 118, амбулатор шарттарҙа 810 кеше дауалана. Үлем осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй.

Рәсәйҙә сирҙе йоҡторғандар һаны кинәт артҡан. 15 150 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылыуын пандемия осорондағы “рекорд” тип иҫәпләргә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә 232 ауырыу һәләк булған. 8 485 сирле һауыҡҡан.

Күреүебеҙсә, илдә коронавирус таралыуы менән бәйле хәл көсөргәнешле була бара. Дауаханаларҙа урын арттырылыуы, яңы госпиталдәр төҙөлөүе генә мәкерле сирҙе еңергә ярҙам итә алмауын, ә бар яуаплылыҡтың беҙҙең өҫтөбөҙҙә икәнен аңларға ваҡыт етте. Ябай ғына тойолған санитария талаптарын, гигиена ҡағиҙәләрен үтәү, бер аҙ ялыҡтырған, әммә мөһим битлек режимын күҙәтеү беҙҙе күп бәләләрҙән һаҡлаясаҡ.

Фото: “Башинформ”.

Читайте нас: