«Норма популяр түгел, ләкин беҙ ошо аҙымға барабыҙ, — тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Ресторандарҙа һәм башҡа дөйөм туҡланыу урындарында корпоративтар, йәғни күмәк кеше ҡатнашлығындағы саралар үткәреүҙе тыйырға. Корпоративтарҙы, банкеттарҙы – быларҙың бөтәһен дә һуңыраҡ ваҡытҡа күсерәбеҙ. Беҙгә үпкәләмәһендәр. Юғиһә аҙаҡ ошо ресторандарҙы яба башларбыҙ, ә беҙ улай эшләргә теләмәйбеҙ».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҙған тәүлектә Башҡортостанда йәнә 68 кешелә COVID-19 асыҡланған. Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 9 809 осрағы теркәлгән.
https://www.bashinform.ru