Был сара йыл һайын университеттың тамаша залында үткәрелә, әммә был юлы «Транснефть – Урал» йәмғиәте һәм нефть университеты араһында үҙенсәлекле «телекүпер» урынлаштырылды: коронавирус ауырыуы таралыу ҡурҡынысы менән бәйле ғәмәлдәге сикләүҙәр нигеҙендә, сара онлайн-форматта уҙҙы.
Социаль түләүҙәрҙе билдәләү тураһындағы сертификаттарға торбаүткәргес транспорт факультеты профессорҙары һәм ете доцент эйә булды. Әлеге маҡсатсан түләүҙәр: уларҙы квалификацияны күтәреүгә, лекцияларҙы йәки монографияларҙы әҙерләүгә һәм баҫтырыуға, һөнәри һәм фәнни эшсәнлектең башҡа йүнәлештәрен үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирәсәк. Был нефть үткәргестәрҙең белем биреү сифатын, кадрҙар әҙерләү дәрәжәһен арттырыуға, аҙаҡ сиктә сиктә тармаҡ үҫеше дәрәжәһен күтәреүгә индергән өлөшө.
Университеттың иң яҡшы студенттарына «Транснефтең исемле стипендияларын тапшырыу практикаһы инде егерме йыл дауам итә. Бындай ярҙам тәжрибәһе күрһәткәнсә, студенттар өсөн стипендия яҡшы уҡыу һәм фәнни эштә әүҙемлек өсөн бүләкләү генә түгел, ә артабан үҫеш алыуға яҡшы стимул да. Быйыл стипендиялар 17 студентҡа билдәләнгән – уларҙың 12-һе – «нефть-газ эше», икеһе - «нефть-газ техникаһы һәм технологиялары», береһе - «технологик процестарҙы һәм етештереүсе автоматлаштырыу», береһе - «төҙөлөш» белгеслеге буйынса белем ала. Шул уҡ ваҡытта бишеһе «Транснефть» системаһы ойошмалары менән килешеү буйынса, ун икеһе бюджет бүлегендә белем ала.
"Транснефть-Урал" йәмғиәтенең генераль директоры Роман Ковалев стипендиаттарҙы ҡотланы:
- Ирешелгәндәрҙә туҡталып ҡалмаҫҡа, һәр ваҡыт иң яҡшы һөҙөмтәләргә ынтылырға, үҙ алдыңа амбициоз маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға ирешергә саҡырам. «Транснефть» компанияһы һәм «Транснефть – Урал» акционерлык йәмғиәте беҙҙең сафтарҙы белемле, маҡсатлы, ижади ҡарашлы йәш белгестәр тулыландырырға теләй. Университет менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә беҙ йыл һайын вуздың матди-техник базаһын камиллаштырыуға аҡса бүләбеҙ. Һеҙ ҙур мөмкинлектәргә эйә - тренажерҙар файҙаланып, уникаль лабораторияларҙа дәрестәр, актуаль уҡыу әсбаптары, һеҙҙең бик яҡшы уҡытысыларығыҙ бар.
«Транснефть» йәмғиәтенең исемле стипендиялары УГНТУ-ның иң яҡшы студенттарына 2001 йылдан бирле, уҡытыусыларға – 2014 йылдан бирле бирелә.
Дмитрий Соснин, 4 курс студенты:
– Мин икенсе тапҡыр «Транснефть» стипендиаты булам инде. Һәр стипендиат студенттың уҡыуҙа һәм фәнни эшсәнлектә ҡуйған тырышлығын баһалауы күңеленә хуш киләлер, тип уйлайым. Компания үҙ потенциалыбыҙҙы асыу - йәш белгестәр концеренцияларында ҡатнашыу, етештереү объекттарында практика уҙыу, стипендия алыу өсөн күп мөмкинлектәр бирә. Быларҙың барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт әйтке килә.
Эльвина Әхмәтгәрәйева, 4 курс студенты:
– Уҙған семестрҙа беҙҙә «Транснефть " компанияһы ярҙамында университетта асылған лабораторияларҙа дәрестәр булды. Нәҡ бына шул ваҡытта нефттең торбаүткәргес транспортында, производствола барған процестар тураһында асыҡ күҙ аллау барлыҡҡа килде, уның теоретик нигеҙҙәрен беҙ вузда өйрәнәбеҙ. Корпоратив стипендия беҙҙе тағын да яҡшы уҡыу һәм үҫешкә этәргес бирә, ә университет барлыҡ мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр бирә. Был минең «Транснефть»тан беренсе стипендиям, һәм минең өсөн уҡыуҙа көс һалған тырышлыҡты күреп алыуҙары бик мөһим. Ҙур рәхмәт!