Дим буйҙары
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2020, 12:56

Радий Хәбиров һәр бер ойошмаға медицина инспекторҙары билдәләргә ҡушты.

Радий Хәбиров һәр бер ойошмаға медицина инспекторҙары билдәләргә ҡушты. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, уҡыу йылы башында мәктәптәрҙә эшләгән медицина инспекторҙары бының һөҙөмтәлелеген һәм кәрәклеген дәлилләне. Улар арҡаһында уҡыу йорттарында сирләү осраҡтары аҙ булды.

– Һәр учреждение, һәр ойошмаға яуаплы махсус хеҙмәткәр беркетелергә тейеш. Иртәнсәк ул кешеләрҙе ҡаршы ала, хәлен күҙәтә, санитар режимдың үтәлешен, битлек кейеүҙе тикшерә, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан дәүләт медицина университетына бындай кешеләр өсөн ҡыҫҡаса онлайн-курс әҙерләргә ҡушты. Уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов белдереүенсә, университеттың сайтында контент булдырылған һәм инспекторҙар өсөн айырым интернет-бит эшләнә. Шулай уҡ ул колл-үҙәк эшмәкәрлеген яңыртырға тәҡдим итте. Бында медицина инспекторҙары шылтыратып, ковид сирлеләр менән эшләгән табиптар менән кәңәшләшә аласаҡ.
Радий Фәрит улы был программаның тәүге һөҙөмтәләре тураһында 22 октябрҙә отчет әҙерләргә ҡушты.
Бынан һуң Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләр йәнә онлайн-режимға күсә һәм зумда үткәрелә башлаясаҡ. Был шулай уҡ коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: