Дим буйҙары
-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2020, 23:02

ЮХХДИ инспекторҙары яңы приборҙар аласаҡ

Быйыл көҙ автоһәүәҫкәрҙәрҙе төрлө яңылыҡтар көтә. Шуларҙың береһе: ЮХХДИ инспекторҙары “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” милли проекты сиктәрендә яңы приборҙар аласаҡ, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.

Улар юлдарҙағы автомобилдәрҙә диагностикалау үткәрәсәк, һөҙөмтәлә нормаларҙы боҙған машиналарҙы файҙаланыу тыйыласаҡ. Шулай итеп, инспекторҙар транспорт сараларындағы шиналарҙың протекторҙарын, тормоз системаһын, яғыулыҡ двигателдәрен һәм руль системаһын инструменталь тикшереү өсөн махсус ҡоролмалар менән тәьмин ителәсәк.

Өҫтәүенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә юл япмаларының яҡтыртыу күләмен үлсәү өсөн махсус люксометрҙар бирәсәктәр. Улар юл участкаһының яҡтыртылыуының хәүефһеҙлек нормаларына тап килеү-килмәүен асыҡлаясаҡ. Әлегә был яңы техника Хакасия полицияһы хеҙмәткәрҙәренә генә бирелгән. Киләсәктә ул илдең башҡа төбәктәрендә лә барлыҡҡа киләсәк.

Читайте нас в