Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2020, 11:37

Экология буйынса яңы сайт

Яңы барлыҡҡа килгән “Рәсәй экологияһы” сайты профессиональ белгестәрҙе туплай. Улар һәммәһен дә борсоған мөһим экологик һорауҙарға яуап бирәсәк.

Бынан тыш, халыҡта киң танылыу яулаған блогерҙар ҙа сайтта үҙ фекерен әйтә аласаҡ. Шулай уҡ мультимедиялы контент ойоштормаҡсылар, йәғни текст визуаль мәғлүмәт менән бергә бирелеп байытыласаҡ һәм халыҡтың иғтибарын күпләп йәлеп итәсәк.

2017 йылдың Рәсәйҙә Экология йылы тип иғлан ителеүе “йәшел” үҙгәрештәргә башланғыс һалғайны. Бер йылдан һуң ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектында ла был проблема күтәрелде.

Былтыр “Нацпроектэкология.рф” интернет-платфор-маһының маҡсаты йәмғиәтте экологик программаларҙы тормошҡа ашырыу менән таныштырыу ине. Тик оҙаҡламай, аудиторияны “ҡоро” һандар түгел, белгестәрҙең фекере, сит илдәрҙең был тармаҡтағы тәжрибәһе һәм башҡаларҙың ҡыҙыҡһындырыуы асыҡланды. Тап бына ошо маҡсатта “Рәсәй экологияһы” сайты барлыҡҡа килде лә инде.

Читайте нас: