Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2020, 20:23

Иң күп ҡорбан ҡайһы илдә?

Рәсәйҙә, йән башына бүлеп иҫәпләгәндә, коронавирустан үлем осраҡтары Европала иң юғарыһы булыуы мөмкин.

Был хаҡта "Росстат"тың элекке хеҙмәткәре Алексей Ракша белдергән. Уның һүҙҙәренә таянып “Коммерсантъ” яҙғанса, коронавирус буйынса көндәлек статистика ҡорбандарҙың ысын һанын күрһәтмәй.

Ракша әйтеүенсә, рәсми мәғлүмәттәрҙе "өскә ҡабатларға кәрәк". "Рәсәйҙәге үлеүселәрҙе йән башына бүлеп иҫәпләгәндә, был һандың Европала иң юғары булыу ҡурҡынысы бар", - тип белдергән ул.

Алексей Ракша Рәсәйҙә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, апрелдән авгусҡа тиклем яҡынса 46 мең кеше үлгән, тип белдерә (коронавирус барлыҡ осраҡтарҙа ла үлемдең төп сәбәбе булараҡ күрһәтелмәй). Был һан коронавирус менән бәйле хәл-торош буйынса оперштабтың үлеүселәр тураһындағы мәғлүмәттәренән ике тапҡырға тиерлек артыҡ: пандемия ваҡытында Рәсәйҙә COVID-19-тан 24 366 кеше үлгән тип раҫлана.

Халыҡ һанына күсереп иҫәпләгәндә, Рәсәй коронавирустан үлем буйынса Испания һәм Бөйөк Британияға яҡынлаша. Үлемесле осраҡтарҙың иң күбеһе ошо илдәрҙә.

"Росстат"та кәңәшсе булған Алексей Ракша июлдә эшенән алынды. Үҙенең эштән китеүе тураһында ул, "Росстат" эшсәнлеген тәнҡитләгәндән һуң китеүҙе һоранылар, тип белдергән.

Фото:ТАСС.

kiziltan.rbsmi.ru

Читайте нас: