Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Октябрь 2020, 20:02

Ваҡытында теркә!

Башҡортостан Республикаһы буйынса Росгвардия идаралығы граждандарға шәхси һәм хеҙмәткә бәйле атыу ҡоралын һаҡлау хоҡуғының биш йылға бирелеүе тураһында иҫкә төшөрә.

Ҡорал хужалары билдәләнгән ваҡыт бөтөүгә бер айҙан да кәм ваҡыт ҡалғанға тиклем уны оҙайтыу өсөн теркәлгән урында лицензия һәм рөхсәт биреү буйынса бүлеккә мөрәжәғәт итергә тейеш. Кире хәлдә ҡоралды теркәү срогын боҙған кешеләр РФ КоАП-тың 20.11. статьяһы буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ (ҡорал тартып алынмаясаҡ).

Әгәр ваҡыт үтеп тә оҙайтыу өсөн бер ниндәй ҙә саралар күрелмәһә, был осраҡта РФ КоАП-тың 6-сы бүлегенең 20.8 статьяһы нигеҙендә яуапҡа тарттырыласаҡ һәм ҡоралы тартып алынасаҡ.

Дмитрий Дегтярев,

БР буйынса Росгвардия идаралығының лицензияға рөхсәт биреү бүлексәһенең өлкән инспекторы, полиция майоры.

Читайте нас: