Екатеринбург ҡалаһында йәшәүсе 64 йәшлек ҡатын 2019 йылдың авгусында интернет киңлектәрендә бер генерал менән таныша. Ир сит илдә “ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт итеүен белдерә. Уныһы оҙаҡ ҡына аралашып, ҡатындың ышанысына инеп алғас, осрашырға теләүен белдерә һәм отпуск бирһендәр өсөн етәкселеккә ҙур суммала ришәүәт бирергә кәрәклеген әйтә. Хыялындағы “принц” менән осрашыу өсөн пенсионерка 1,1 млн һум аҡсаһын күсерә. Сөнки генерал осрашҡас та ул аҡсаны ҡайтарырға вәғәҙә бирә. Аҡсаны ҡулына алғас та, “генерал” башҡаса бәйләнешкә инмәй.
Әйткәндәй, ошондай уҡ хәл уҙған йыл июнь айында Мәскәүҙә булғайны. Баш ҡалала йәшәүсе ҡатын “подполковник”ка 1,5 миллион һум күсергәйне...
Һүрәт интернеттан.