-7 °С
Болотло
Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала юғары уҡыу йорттарында студенттар араһында COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының күбәйеүе теркәлә.
«Хәҙер беҙҙең бурыс – белем биреү процесына зыян килтермәйенсә инфекция сылбырын өҙөү», — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ул Мәғариф министрлығына вуздарҙың артабан эшләүе буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.
Фото: profile.ru
Башинформ.